Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ғинуар 2023, 07:00

Киҙеүме был, ковидмы әллә ОРВИ шулай ҡатымы?

Быйылғы киҙеү бигерәк яман, күптәр бер тапҡыр ауырығандан һуң ҡабаттан сирләй. Ныҡ итеп тамаҡ ауырта, тымауы ла көслө, өҫтәүенә быуылдырып сәсәтеп, йүткертеп яфалай. Кемдәрҙеңдер температураһы ла юғары, ә ҡайһы берәүҙәрҙә ул 37,5 градустан артмай. Әллә “сусҡа киҙеүе” тигәндәре шул инде? Нисек кенә булмаһын, башҡа йылдарҙа ауырыған кеүек түгел, ныҡ хәлде ала, шыбыр тиргә батырып йонсота. Сирләһәгеҙ, тиҙ генә йүнәлеп китермен, тип өмөтләнмәгеҙ, аҙна-ун көнһөҙ ҙә үтмәй. 

“Сусҡа киҙеүе”
тураһында
белгестәр нимә ти?

“Сусҡа киҙеүе”, башҡа вируслы инфекциялар кеүек үк, ауыҙ-тын юлдары аша тарала.  Йәғни һеҙҙән 1,5 – 2 метр алыҫлыҡта торған кеше сөскөрһә, ауырыу йоҡтороу хәүефе бермә-бер арта. Шунлыҡтан сирҙән һаҡланыу өсөн кеше күп йөрөгән урындарҙан алыҫ йөрөргә, битлек кейергә һәм ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуырға онот­мағыҙ.   
Ҡағиҙә булараҡ, киҙеү менән ауырығанда тән температураһы  37–39 градусҡа тиклем күтәрелә. 2 – 3-сө көнөнә лә юғары температура күҙә­телә әле.  
Шулай уҡ  сирҙең баш ауыртыу, күңел болғаныу, аппетит юғалыу кеүек билдәләре лә бар. Һәм, әлбиттә, һал­ҡын  тейеп ауырығандағы кеүек үк, тамаҡ ауырта, тымау йонсота, тамаҡ төбө һәм йотҡолоҡ ялҡынһына.   Йү­тәл һәм конъюнктивит та булыуы мөмкин.  Кешенең сирләүен йөҙөнә ҡарап та белеп була – йөҙө ағарып, төҫө юғалып китә.
Әммә аныҡ диагноз ҡуйыу һәм дауа тәғәйенләү өсөн мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. 

Дауалау

Ниндәй дарыуҙар ҡулланырға – быны медицина хеҙмәткәре  билдә­ләй. үҙаллы дауаланырға тырышыу организмдың хәлһеҙләнеүенә һәм өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал.  Табип тәғәйенләмәй тороп, антибиотик эсергә ярамай.  Шулай уҡ халыҡ дауалау ысулдарын  ҡулланыуҙың да яр­ҙам итмәүе бар. Хатта ҡайһы берәү­ҙәренең хәүефле булыуы  мөмкин. 
Ауырыған кешегә ятып ҡына торорға һәм күберәк йылы  эсемлек (сәй, компот, һыу, морс һ.б) эсергә кәңәш ителә. Аҙыҡ-түлектән иһә еңел үҙләштерелә торғандарын һайларға кәрәк. Ҡоротлап һурпа эсеү файҙалы.  Тамаҡ ауыртҡанда, уға зыян килмәһен өсөн, ҡаты ризыҡ ашарға кәңәш ител­мәй. Белгестәр әйтеүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттарҙы, ауырыуҙың билдәләре беленә башлағас, 48 сәғәт эсендә эсеү мотлаҡ. Шулай уҡ тән температураһы 38 градусҡа тиклем булғанда түбәнәйтеү кәрәкмәй, ул организмға вирусҡа ҡаршы көрә­шергә ярҙам итә. Ғәҙәттә, ауы­рығандың өсөнсө көнөнә температура төшә башларға тейеш. Әммә ауы­рыуҙың хәле насарайһа, йәғни бер нисә көн юғары температура тороп, ҡоро йүтәл яфалаһа йәки туҡтауһыҙ күңел болғанһа,  мотлаҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. 

Авторы: С.Лотфуллина.

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: