Тәжрибәле табип балала аллергия булыуы мөмкинме-юҡмы икәнен шунда уҡ билдәләй ала. Бының өсөн сабыйҙың тиреһен күҙәтергә кәрәк. Унда көн дауамында берсә бәләкәсәйеп, берсә ҙурайып тороусы ҡыҙарып торған урын булыуы мөмкин. Баланың тәненә бармаҡты ҡуйғанда эҙ ҡаламы? Әлбиттә, былар ауырыу билдәһе түгел, әммә сабыйҙың аллергияға бирешеүсәнлеген аңлатыуы ихтимал. Бала туҡтауһыҙ сөскөрөп, танауынан һыу ағып, күҙҙәре ҡыҙарһа ла, мотлаҡ аллергологҡа күрһәтергә кәрәк. Ауырыуҙың был этабында уны иҫкәртеп була.
Нилектән барлыҡҡа
килә?
Ни өсөн ҡайһы бер бала аллергияға бирешеп бара, икенселәре – юҡ? Был уға нәҫелдән ниндәй гендар тапшырылыуына һәм уның тормошоноң әсә ҡарынындағы иң тәүге этабының нисек үтеүенә бәйле.
Нәҫелдә аллергиктар булһа, хәүеф бермә-бер арта. Сөнки аллергия – нәҫелдән күсә торған сир. Әммә ваҡытында сараһын күргәндә, күңелһеҙлектәр урап үтер.
Нәҫелдән күсәгилешлек булмауы ла мөмкин, әммә әсә ауырлы ваҡытта үҙенең аңһыҙ тәртибе менән балала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә юғары һиҙгерлек тыуҙырыуы ихтимал. Әгәр ҙә ошо осорҙа ни етте шуны ашағанда, сабыйҙа тәүге айҙа уҡ аллергия башланыуы ихтимал. Ғәҙәттә, балала аллергия өс айҙан беленә башлай.
Диета барыһын да
хәл итә
Әгәр ҙә яңы тыуған сабыйҙа нәҫелдән килгән аллергияға бирешеүсәнлек бар икән, уны ауырыуға алып барып еткермәү сараһын күрергә кәрәк. Иң төп һаҡлау сараһы – әсә һөтө. Унда аллергияға үҫешергә юл ҡуймаусы бөтә матдә лә бар. Шунлыҡтан бындай баланы бер йәшкә тиклем (хатта оҙағыраҡ та) тик әсә һөтө менән генә туҡландырырға кәңәш ителә.
Ҡайһы бер осраҡта үҙҙәре аллергия менән яфаланыусы әсәйҙәр, уларҙың һөтө балаһына зыян булып ҡуйыр, тип ҡурҡа. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, әгәр ҙә аллергик әсә диета тотмай икән, балала аллергендарға реакция булыуы мөмкин. Ул ғына ла түгел, нимә тура килә шуны ашап йөрөгән һау-сәләмәт әсәйҙәрҙең балаһында ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Ә бына диета тотҡан осраҡта, аллергия менән яфаланыусы әсәйҙәрҙең сабыйҙарында ла күкрәк һөтөнә реакция бик һирәк күҙәтелә.
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла диетанан тора. Шунлыҡтан балала аллергияның тәүге билдәләре күренә башлау менән имеҙеүсе әсәгә туҡланыу рационынан түбәндәге аҙыҡ-түлекте алып ташларға тура килер:
✔ һыйыр һөтөн,
✔ балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтарын,
✔ сәтләүектәрҙе,
✔ балды,
✔ еләк, ҡурай еләге һәм цитрус емештәрен,
✔ бөтә әсе һәм тоҙло, маринадланған, ҡыҙҙырылған ризыҡты.
Бала имеҙгән ҡатынға
нимә ашарға?
✔ Һыуҙа бешерелгән бутҡа (аҡ йәки иретелгән май ҡушып).
✔ Йәшелсә – кәбеҫтә, картуф, ҡабаҡ, патиссон, шалҡан. Әҙләп кишер менән сөгөлдөр ашап ҡарағыҙ һәм баланың реакцияһын күҙәтегеҙ.
✔ Ит.
✔ Самалап ҡына әсетелгән һөт аҙыҡтары (көнөнә 1 – 1,5 стакан).
✔ Көнөнә 150 – 200 г эремсек.
✔ Йомортҡа. Шулай уҡ йыш түгел һәм бөтәүләй бешерелгәнен. Юғары температура йоғонтоһонда аллерген аҡһымдар юҡҡа сыға.
Туҡланыу тәртибе
Аллергияға һиҙгерлеге булған сабыйҙы дүрт айға тиклем күкрәк һөтө имеҙеп кенә үҫтерергә кәрәк. Һуттар бирергә йәки нимәлер ашатырға ашыҡмағыҙ. Ваҡыты еткәс, туҡландырыуҙы йәшелсәнән әҙерләнгән ризыҡтарҙан башларға ҡушыла. Айырыуса баланың эсе ҡатып яфаланғанда. Кәбеҫтә, картуф, ҡабаҡ, патиссон бешереп, иҙеп ашатырға мөмкин, әммә кишер менән сөгөлдөр ярамай.
Әгәр ҙә эс ҡатыу күҙәтелмәһә, ҡарабойҙай, һоло, дөгө бутҡаһы ла ашатырға ярай. Әлбиттә, һаҡ булырға кәрәк, сөнки ҡарабойҙайҙа көслө аллерген – глютен бар. Манный бутҡаһы һәм аҡ сохарыйҙар тураһында онотоғоҙ, уларҙа глютен тағы ла күберәк. Бутҡаны иң яҡшыһы һыуҙа бешереү, һыйыр һөтөнән баш тартырға тура килер.
Емештәрҙән иң беренсе йәшел алманан башларға кәңәш ителә. Ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары емештәр, шулай уҡ киви, ананас, банан ашатыу тыйыла.
Аҙыҡтың балаға ярамауын күргәс, бер айҙан һуң аллергия үткәндер тип, шул уҡ аҙыҡты ҡабат бирергә ашыҡмағыҙ. 2 – 3 йыл түҙергә кәрәк. һөткә, кишергә, глютенға организмдың һиҙгерлеге бер йылдан һуң ғына үтеүе ихтимал. Был осорҙа баланың организмы нығына, иммунитеты аллергендарға ҡаршы торорға өйрәнә, ә өс йылдан бала бутҡаларҙы ла, аҡ ҡаластарҙы ла иркен ашай аласаҡ.
Ә бына балыҡҡа, сәтләүеккә һәм балға бер тапҡыр аллергия була икән, ул бер ҡасан да бөтмәй. Шунлыҡтан балаға бер йәш тулғансы балыҡтан әҙерләнгән ризыҡтар биреү бөтөнләй тыйыла.
Тағы нимәнән
һаҡланырға?
Бөтә хәүеф менюла ғына ла түгел.
✔ Дарыуҙар менән һаҡ булығыҙ. Аллергиянан барлыҡҡа килгән тымауҙы – һалҡын тейеү, эс китеүен дисбактериоз тип ҡабул итергә мөмкин. Тымауға һәм дисбактериозға ҡаршы дарыуҙар һәм биопрепараттар ярҙам итмәй, баланың хәле насарая икән, һағайырға урын бар.
✔ Табип менән кәңәшләшмәйенсә халыҡ дауаһын ҡулланмағыҙ. Һеҙ ҡулланған дауалау сараһының составында ла көслө аллерген булыуы ихтимал.
✔ Үләндәр менән мауыҡмағыҙ. Ромашка менән эт дегәнәге аллергияға еңелсә ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Әммә баланы көн һайын был үләндәрҙең төнәтмәһендә йыуындырып, өҫтәүенә эсергә лә бирһәң, ауырыуҙы аҙҙырып ҡына ебәрерһегеҙ.
✔ Мамыҡ мендәрҙе синтетик материалдан эшләнгәненә алмаштырығыҙ. Йөн юрғанға ҡалын кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән тышлыҡ кейҙерегеҙ. Өйҙәге саңдан һаҡланыу өсөн, еүеш сепрәк менән йыһаз өҫтәрен һөртөп, иҙәнегеҙҙе йышыраҡ йыуып тороғоҙ. Баланың бүлмәһендә келәм, балаҫ һәм диван кеүек йыһаз булмаһын.
✔ Өйҙә йорт хайуандары, ҡош, балыҡ аҫрарға ла кәңәш ителмәй. Тәүҙә сабыйығыҙ үҫһен һәм нығынһын.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: аҡыл менән эш иткәндә, баланың аллергияға һиҙгерлеген ауырыуға әйләндермәй, тотҡарлап алып ҡалып була.
С.Лотфуллина әҙерләне.