Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Декабрь 2022, 15:00

Диетолог ололар өсөн һөйәктәрҙе нығытыу ысулын атаны

Табип-диетолог, эндокринолог Наталья Лазуренко әйтеүенсә, аҡһым, кальций һәм Д витамины күп булған аҙыҡ-түлек ололарҙың һөйәктәрен нығытырға һәм остеопороздан һаҡларға ярҙам итә.

Диетолог ололар өсөн һөйәктәрҙе нығытыу ысулын атаны
Диетолог ололар өсөн һөйәктәрҙе нығытыу ысулын атаны

Белгес рационға аҡһымға бай ҡыҙыл йәки аҡ итте индерергә кәңәш бирә. Д витамины булған аҙыҡ-түлекте мотлаҡ ашарға кәрәк, ул кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Бының өсөн треска бауырын, диңгеҙ балығын рационға индерегеҙ. Һөт продукттары ла кальций кимәлен күтәрергә булышлыҡ итә.

«Етен йәки кунжут орлоҡтарында бик күп кальций бар, ул беҙгә һөйәк туҡымаһын булдырыу өсөн кәрәк. Тик орлоҡтарҙы ваҡларға кәрәк», - ти эндокринолог.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: