Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Декабрь 2022, 16:54

Бал иммунитетты күтәрә

Вирустарҙан һаҡланыу өсөн иммунитетты күтәреү кәрәк. Бал, лимон, инжир, мүк еләге, ҡарағат сәйе иммунитетты күтәрергә ярҙам итә.

Бал иммунитетты күтәрә
Бал иммунитетты күтәрә

 

 * 300 г балға  блендерҙа иҙелгән 50 г сәтләүекте ҡушып бутарға. Шуға 3 лимон һуты һәм 100 мл алоэ һуты ҡушырға. Был шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр  ашарҙан ярты сәғәт алда  бер балғалаҡ ҡабырға.

   * 100 г инжирға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 15 минут бешерергә. 2  сәғәт төнәткәндән һуң, көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 100 мл эсергә.  

 * Мүк еләге сәйе  организмды ҡиммәтле витаминдар менән байытыр һәм иммун системаһын нығытыр. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ мүк еләген шәкәр ҡушып иҙергә һәм 200 мл ҡайнар һыу йәки сәй ҡойорға. Бындай сәй һыуһынды ҡандыра, арыуҙы баҫа,  кәйефте күтәрә.  

 * Ҡарағат япрағынан әҙерләнгән сәй ҙә – бик шифалы эсемлек.  Ике ус ҡарағат япрағына бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, өс минут төнәтергә.  Әҙер сәйҙе сынаяҡҡа ҡойғас, тәмләтеү өсөн бер аҙ бал йә шәкәр өҫтәргә мөмкин.   Шифалы сәй  арыуҙы баҫыр,  организмды таҙартыр һәм көс-дәрт өҫтәр. 

 * Фундуктан шифалы һөт. 100 г фундукты ҡоро  табала ҡыҙҙырып алғас,  он хәленә килгәнсе төйөргә.  Өҫтөнә ярты литр ҡайнар һөт ҡойоп, бер аҙ һыуытырға һәм ике ҡалаҡ бал, бер семтем ваниль өҫтәргә. 15 минут төнәткәндән һуң , яҡшы итеп бутап,  көнө буйы әҙ-әҙләп эсергә.

  * Баллы-һуғанлы шарап. 150 г ваҡлап туралған һуғанға 100 мл бал һәм бер литр ҡыҙыл шарап ҡушып, ике аҙна быяла банкала төнәтергә.  Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә биш ҡалаҡ эсергә.   

Фото:Т.Аманов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: