Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Ноябрь 2022, 19:22

Радий Хәбиров БДМУ-ны 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлай

Республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн кадрҙар әҙерләүсе БДМУ барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тулды.

Радий Хәбиров БДМУ-ны 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлай
Радий Хәбиров БДМУ-ны 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлай

– Республика халҡының һәр береһе беҙҙең табиптарға рәхмәт әйтергә теләйҙер, тип ышанам. Ике йыл дауамында коронавирусҡа ҡаршы көрәштә, махсус хәрби операцияла ла табиптарыбыҙ –  йәнә алғы сафта, хәрби-ялан госпиталдәрендә һәм азат ителгән биләмәләрҙә. Дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ашығыс ярҙамда, күсмә бригадаларҙа – көн һайын хеҙмәт итеү.
Былар барыһы ла - беҙҙең Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар тураһында. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн кадрҙар әҙерләүсе төп үҙәккә, илдең иң ҙур медицина уҡыу йорттарының  береһенә – 90 йыл. Бөгөн ул - республикала ҙур фән үҙәге, ғилми-белем биреү комплексы, ул Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингтарында иң юғары урындар биләй.

Университет студенттарын, сығарылыш студенттарын, уҡытыусыларын, хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлайым. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Николаевич Павловты шәхсән ҡотлайым, уның тырыш хеҙмәт айҡанлы юғары уҡыу йорто күп осраҡта ошондай юғары позицияларҙы биләй. Һуңғы ике йылда тормош беҙҙе, табиптарыбыҙҙы, ныҡлыҡҡа һынай. Бындай һынауҙар башҡаса булмаҫ, тип ышанабыҙ, әлбиттә. Әммә һеҙҙең менән тағы ла бер тапҡыр «разведкаға» барыр инем, – тип ҡотлап яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: