Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ноябрь 2022, 12:05

Республикала йәшәүсе бер нисә тапҡыр иҫерек килеш йөрөгәне өсөн хөкөм ителде

Нефтекамала суд урындағы кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Республикала йәшәүсе бер нисә тапҡыр иҫерек килеш йөрөгәне өсөн хөкөм ителде
Республикала йәшәүсе бер нисә тапҡыр иҫерек килеш йөрөгәне өсөн хөкөм ителде

Быйыл августа ғәйепләнеүсе, иҫерек гражданға йөрөгән өсөн ике тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, йәнә иҫерек килеш рулгә ултыра. Уны юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тотҡан. Водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.

 

Ир кеше үҙенең ғәйебен таныған. Суд уға 240 сәғәтлек мотлаҡ эштәр формаһында яза тәғәйенләй, транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә һәм автомобилен дәүләт килеменә тартып ала.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: