Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ноябрь 2022, 17:00

Һимергең килмәһә, һыу эс

Баҡһаң, һыу һимереүҙән ярҙам итә икән. Кеше күберәк һыу эсһә, артыҡ ауырлығынан ҡотола ала.

Һимергең килмәһә, һыу эс
Һимергең килмәһә, һыу эс

Ғалимдар әйтеүенсә, һыу ярҙамында йөрәк ауырыуҙарынан да арынырға мөмкин. Бының өсөн көнөнә алты стакан һыу эсергә кәрәк. Күберәк һыу эскәндәр араһында йөрәк ауырыуҙары менән сирлеләр ҙә һирәгерәк.

Тағы ла шундай мәғлүмәт тә билдәле: әгәр ҙә организмдың 2 процент һыуы бөтһә, кеше ныҡ һыуһай. Әгәр ҙә 10 процент һыуын юғалтһа, галлюцинация башлана. Кеше тәненең 12 процент һыуы бөтһә, уны медицина ярҙамында ғына һауыҡтырып була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: