Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Ноябрь 2022, 18:34

Киҙеүҙе халыҡ ысулдары менән дауалау

Көндәр һыуытыу менән төрлө инфекция ауырыуҙары ла көсәйә. Сирләй башлау менән халҡыбыҙҙа киң таралған түбәндәге дауалау ысулдарын ҡулланырға мөмкин. 

Киҙеүҙе халыҡ ысулдары менән дауалау
Киҙеүҙе халыҡ ысулдары менән дауалау

 

  1. Аяҡтарығыҙҙы 20 минут эҫе һыуға тығып ултырығыҙ. Быны мотлаҡ төнгөлөккә эшләргә кәрәк. Аҙағынан табандарығыҙҙы йылытыусы бәлзәм йәки спирт менән ыуып, йылы ойоҡбаш кейеп ятырға онотмағыҙ.   
  2. Тымау тейһә. Табала 5 ҡалаҡ тоҙҙо ҡыҙҙырырға һәм кизе-мамыҡ моҡсайға һалып, танау өҫтөнә ҡуйырға. Шунда уҡ тымау бөтөр.   Бының өсөн бешкән йомортҡаны ла файҙаланырға мөмкин.   Уны һыуҙа бешереп, яндырмаһын өсөн, сепрәккә урап, шулай уҡ танауҙы йылытырға.   
  3. Тамаҡ ауыртып, тын алыуы ауырлашҡанда. Картуфтың ҡабығын әрсемәй генә һыуҙа бешереп, дүрт өлөшкә бүлергә һәм кәстрүлгә кире төшөрөргә.  Картуфлы һыуға өс тамсы йод өҫтәргә, бер-ике тамсы экалипт майы тамыҙғанда тағы ла яҡшыраҡ.  Таҫтамалды баштан аша ҡаплап, ошо картуфтың быуын һулағыҙ. Һаҡ булығыҙ, ныҡ эйелеп, битегеҙҙе яндырып ҡуймағыҙ.   Тамаҡ ауыртҡанда, ттымаулағанда ошондай ингаляция яҡшы ярҙам итә.
  4. Тамаҡ ныҡ ауыртҡанда.  Бер стакан йылы һыуҙа  бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ аш содаһы һәм бер нисә тамсы йод ҡушып иретергә һәм мөмкин тиклем йышыраҡ тамаҡты сайҡатырға. Шулай уҡ  ауыҙға бер ҡалаҡ бал һалып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ йотайынса тоторға тырышығыҙ. Бер үк ваҡытта муйынға йод менән сетка һыҙып, шарф урап ҡуйырға мөмкин.
  5. Ҡурай еләге. Был бик боронғо, ысынлап та, һөҙөмтәле ысул. Айырыуса температура булғанда ҡурай еләге менән ҡарағаттың файҙаһы ҙур.  Табиптар температура  37, 5 булғанда, уны дарыу менән төшөрөргә кәңәш итмәй.  Бына шул осраҡта эҫе һыуға ҡурай еләген иҙеп эсергә. Берәр ҡалаҡ ҡарағат ҡайнатмаһы өҫтәһәң, тағы ла яҡшыраҡ.    Бындай шифалы эсемлекте ярты сәғәт һайын эсергә кәңәш ителә. Һуңынан йылы юрғанға уранып ятырға мөмкин.  Тирләтеп, температура үҙенән-үҙе төшөр.
  6. Һуған һуты. Киҙеүгә ҡаршы ярҙамсыларҙың береһе. Уның менән тымауҙы дауалап була. Бының өсөн танауға бер-ике тамсыһын тамыҙырға кәрәк.  Отит йонсотҡанда иһә ҡолаҡҡа бер-ике тамсы тамыҙырға мөмкин.
  7. Тауыҡ һурпаһы. Ауырый башлағандың тәүге көндәрендә эскәндә, файҙаһын үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ. Эҫе килеш кенә, ҡорот менән йәшел һуған ҡушып эсегеҙ.
  8. Кәбеҫтә япрағы. Баш ауыртыуын баҫа, температураны төшөрә. Һуты сыҡһын өсөн, осло әйбер менән төркөләп тишегеҙ. Һуңынан маңлайға ҡуйып, яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуйырға. Тән температураһына тиклем йылынғас, әйләндереп икенсе яғы менән ябығыҙ.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: