Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ноябрь 2022, 19:30

Күҙҙе нисек һаҡларға?

Билдәле ғалим-офтальмолог, күҙ микрохирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе,  медицина фәндәре докторы, профессор Марат Аҙнабаев ошондай кәңәштәр бирә.

Күҙҙе нисек һаҡларға?
Күҙҙе нисек һаҡларға?

–  Күп ваҡытты телефонға, компьютерға текләп үткәрәбеҙ. Бөтә көсөргәнеш күҙгә төшә. Шуға 30 – 40 минут ултырғас, саф һауаға сығып инергә кәңәш итәбеҙ. Тышта йөрөмәһәң, кислород етешмәһә, күрәшлек көсәйә. Күнекмәләр эшләү, спорт менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк.

Ауырыуҙар араһында конъюнктивит та йыш осрай. Күҙгә ҡом, туҙан-фәлән инеп, стафилококк, стрептококк кеүек бактериялар үҫешә. Дауаламаһаң, күҙҙең мөгөҙсә ҡатламына күсеүе мөмкин. Шунын өсөн дә күҙегеҙ саҡ ҡына ҡыҙарып торһа ла, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Махсус тамыҙмалы дарыуҙы көнөнә 3 – 4 тапҡыр һалһағыҙ, бер нисә көн эсендә үтеп тә китә. Әлбиттә, табип рецебы, кәңәше менән.

Күҙҙең гигиенаһы хаҡында ла оноторға ярамай. Уҡығанда китапҡа бик яҡын ҡарамағыҙ, алыҫлыҡ 30 – 35 сантиметр тирәһе булырға тейеш, – билдәле ғалим-офтальмолог.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: