Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Октябрь 2022, 07:00

Ҡулдың ярылыуын нисек бөтөрөргә?

Әле һыуыҡтан һәм елдән ҡул тиреһе ярылып ҡына бара. Айырыуса тышта эш менән булғанда. Нисек итеп ҡулдың ярылыуын еңел генә бөтөрөп була? Бының бик ябай ысулы бар. Өҫтәүенә, уны һәр кем өйҙә үҙе  эшләй ала. 

Бер литр һыуға ике ҡалаҡ тоҙ һалып иретергә һәм ҡулдарҙы шунда тығып, 10 минут тоторға.  Һуңынан йыумайынса ғына  май һөртөргә. 20 минуттан һуң ҡулдарҙы йыуырға мөмкин. 
Май әҙерләү өсөн бер йомортҡа һарыһы, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ үҫемлек майы алып, барыһын бергә ҡушып бутарға.  
Һөҙөмтә иҫ киткес:  ҡулдың тиреһе йомшарып, матурайып китә, 3 – 4 көндә ярылыуы ла бөтә. 

С.Лотфуллина

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: