-33 °С
Ясна
«Гөлйемеш оҙаҡ ваҡыт С витамины кимәлен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк. Һуттарҙан айырмалы рәүештә, организмға аллергия ла булдырмай», – ти эндокринолог, диетология һәм нутрициология өлкәһендәге белгес, медицина фәндәре кандидаты Екатерина Кривцова.
Организмды һалҡын тейеүҙән һәм йоғошло ауырыуҙарҙан ҡурсалау өсөн етерлек С витамины кәрәк. Белгес фекеренсә, Рәсәй алмаларында, ул сит илдекенә ҡарағанда, байтаҡҡа күберәк.
Табип шулай уҡ һалҡын тейҙереү ауырыуҙарының кәмеүенә һәм иммунитеттың яҡшырыуына D 3, К витаминдары һәм калий, селен, йод, магний, тимер микроэлементтар тәьҫир итеүен билдәләне.
Т. АМАНОВ.