Барыбыҙ ҙа баҡсаһында үҫтергән ябай ғына сөгөлдөр кеше организмы өсөн кәрәкле булған бик күп файҙалы матдәгә бай. Һөҙөмтәлә ул эсәктәрҙе шлактарҙан, ҡан тамырҙарын холестерин төйөрсәләренән таҙартып, атеросклероз, инфаркт, инсульт кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлауға булышлыҡ итә. Беҙ яратҡан был йәшелсәнең файҙалы үҙенсәлектәре тураһында ентекләберәк түбәндә уҡығыҙ.
✔ Анемияны дауалай һәм гемоглобинды күтәрә.
✔ Организмда яңы күҙәнәктәр булдырырға ярҙам итеп, йәшәртеү көсөнә эйә.
✔ Күҙәнәклеккә һәм органик кислоталарға бай булыуы менән матдәләр алмашыныуын көйләй, аш эшкәртеүҙе һәм эсәктәрҙең функцияһын яҡшырта.
✔ Составындағы пектиндар эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшырта, зарарлы паразиттарҙан арындырта.
✔ Токсиндарҙан ҡотолдора.
✔ Яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә һәм үҫешен тотҡарлай.
✔ Ҡан тамырҙарын таҙарта.
✔ Гипертония менән атеросклерозды дауалауҙа ярҙам итә;
✔ Ир-егеттәрҙең енси әүҙемлеген көсәйтә.
✔ Ҡатын-ҡыҙҙарға күрем миҙгелен ауыртыныуһыҙ үткәрергә ярҙам итә.
✔ Бәүел ҡыуыу һәм эс йомшартыу үҙенсәлегенә эйә.
✔ Ялҡынһыныуға ҡаршы торорға ярҙам итә.
✔ Нервы системаһын нығыта, тынысландыра, депрессияға ҡаршы торорға көс бирә.
✔ Организмдың ҡаршы тороу көсөн күтәрә.
✔ Күҙҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлай.
✔ Йодҡа бай булыу сәбәпле, ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалауҙа алмаштырғыһыҙ сара.
✔ Магнийға бай булыуы йөрәк мускулдарын нығытырға, атеросклерозға ҡаршы торорға ярҙам итә.
Ҡайһы осраҡта
сөгөлдөр ашау тыйыла?
✔ Гастрит һәм язва ауырыуы көсәйгәндә. Ашҡаҙан һутының әселеге юғары булғанда ла һаҡ булырға кәрәк.
✔ Бөйөр эшләп етмәгәндә һәм таш ауырыуҙары булғанда. Уның составындағы ҡуҙғалаҡ кислотаһы шыйыҡлыҡтың кристалланыуына килтерә һәм бәүел ҡыуыу органдарындағы сирҙәрҙе аҙҙыра.
✔ Ҡан баҫымы түбән булғанда. Ул ҡан баҫымын тағы ла төшөрә.
✔ Остеопороз булғанда. Сөнки сөгөлдөр кальцийҙың үҙләштерелеүен тотҡарлай.
✔ Диареяла һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда. Эсте йомшартыу үҙенсәлегенә эйә булғанлыҡтан, хәлде тағы ла насарайтып ебәреүе ихтимал.
✔ Артрит һәм подагра менән сирләүселәргә яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителмәй. Сөнки быуындарҙағы ялҡынһыныу процесын көсәйтеп ебәреүе ихтимал.
✔ Шәкәр диабеты менән сирләүселәргә лә сөгөлдөр ашауҙы сикләргә кәрәк. Сөнки унда шәкәр күп.
Шулай ҙа сөгөлдөрҙөң зыянына ҡарағанда файҙаһы күберәк. Тимәк, уны әҙ-әҙләп ашағанда, артыҡ ҡурҡынысы юҡ.
С.Лотфуллина