Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Октябрь 2022, 07:00

Вируслы инфекциянан нисек һаҡланырға?

Көндәр һыуытыу менән вирустар ҙа әүҙемләшә.  Йыл һайын көҙгө, ҡышҡы һалҡындарҙа белгестәр фарингит, ларингит, тонзиллит, трахеит, ринит, ангина, киҙеү, бронхит һәм пневмонияның көсәйеүен билдәләй.  Был сирҙәрҙән нисек һаҡланырға мөмкин һуң? Ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә?

Йыш ҡына, ауырый башлаһаҡ, һал­ҡын алдырҙыҡ, тип уйлайбыҙ. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, хәлһеҙ­лек, йүтәлләп сирләү һалҡын тейҙе­реүҙән түгел, ә инфекция йоҡтороуҙан була.  Һалҡын ауырыуҙы көсәйтеп ке­нә ебәреүе ихтимал.  Шунлыҡтан  көн торошона ҡарап кейенеп йөрөү ҙә ҙур роль уйнай. 
Икенсе сәбәбе –  халыҡтың өйкөм-өй­көм булып йөрөүе. Балалар мәк­тәпкә йөрөй, ололар – эшкә. Барыһы ла ҙур бер коллективта, унда иһә вирус таратыусылар ҙа булыуы мөм­кин.   Һөҙөмтәлә күмәкләп ауырый башлайҙар.

Нисек вирустың
организмға үтеп
инеүенә юл ҡуймаҫҡа?

Ысынында вирустан үҙеңде 100 процентҡа һаҡлап булмай.  Бының өсөн кешене барыһынан айырып, инкубаторға урынлаштырырға тура килер ине. Шулай ҙа ҡайһы бер һаҡланыу саралары бар.  
✔ Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Өйгә ҡайтҡас, мотлаҡ ҡулдарҙы һабынлап, яҡшы итеп йыуырға онотмағыҙ.  
✔ Йәшелсә-емеште лә ашарҙан алда яҡшы итеп йыуырға кәрәк.  Ҡабығын әрсергә мөмкин.
✔ Янығыҙҙа зарарлы микроорганизмдар тупланмаһын өсөн, өйөгөҙҙө, бүлмәгеҙҙе даими рәүештә елләтеп тороғоҙ.  
✔ Еүеш сепрәк менән саңын һөртөп, иҙәнен йыуып, өйөгөҙҙө йышыраҡ йыйыштырығыҙ.  Саң – зарарлы организмдарҙың яратҡан  урыны.    
✔ Кешеләр күпләп йыйылған урында йөрөргә тырышмағыҙ.  Вирустың күбеһе һауа-һыу юлдары аша күсә.
✔ Оксолин майы хаҡында онотмағыҙ, уны йышыраҡ танауығыҙға һөртөп йөрөгөҙ.  Инфекцияның организмға инеү юлының берәүһен булһа ла ябырһығыҙ. 
✔ Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатығыҙ. Уның өс төп төрө бар: А, В һәм С.  Һуңғы төрө менән бер тапҡыр ауырыһағыҙ, ҡабат уны йоҡтороуығыҙ икеле. Ә бына А менән В төрө үҙгәреп тора.   Әлбиттә, прививка тулыһынса һаҡлай, тигән ышаныс юҡ, әммә ауырыған хәлдә сирҙе еңелерәк үткәреп булырына  өмөт бар.  

Ауырыуҙың тәүге
билдәләре күренә
башлағанда нимә
эшләргә?

✔ Вирусҡа ҡаршы дарыуҙар эсә башлағыҙ.  Күберәк шыйыҡса эсегеҙ. Лимон, ҡурай еләге менән эҫе сәй эсеүҙең файҙаһы ҙур.   
✔ диңгеҙ тоҙон һыуҙа иретеп, көнөнә ике-өс тапҡыр   тамағығыҙҙы,  танауығыҙҙы сайҡатығыҙ.  

С.Лотфуллина.

 

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: