Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Октябрь 2022, 08:25

Республикалағы иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды

«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды.

Республикалағы иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды
Республикалағы иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды

Һөҙөмтәләр буйынса «Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы» исеменә Өфөнөң 161-се лицейы лайыҡ булды.

«Ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы» номинацияһында Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһы еңде.

«Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» - Бүздәк районының 2-се мәктәбендә  һәм Иглин районының Иглиндәге 1-се мәктәбендә.

Республика этабында еңеүселәр федераль этапта ҡатнашасаҡ, ярымфинал һәм финал Башҡортостанда ноябрҙә үтәсәк. Суперфинал Мәскәүҙә уҙғарыла.

Еңеүселәргә уңыштар теләйбеҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: