Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2022, 07:00

Бөйөрҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ

Йәшенә-олоһона ҡарамай, был проблема менән кешеләр йыш осраша. Бөйөр сирлеләр һаны йылдан-йыл арта бара. 
Нефрит, пиелонефрит, гломерулонефрит һәм таш ауырыуы булғанда сифатлы медицина тикшереүе үтеп,  дөрөҫ дауаланыу мөһим. Юғиһә  ауырыу аҙып, тағы ла насарыраҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Түбәндәге халыҡ медицинаһы рецептарын табип менән кәңәшләшкәндән һуң, ул тәғәйенләгән дарыуҙарға ҡушып файҙаланырға мөмкин. 

Нефриттан бәүел
ҡыуҙырыу саралары:

-  Иртәнге аштан алда ярты стакан картуф һуты эсергә.
- Бер үк күләмдә  балан менән бал – көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда бер ҡалаҡ.
- Ҡырғыстан үткәрелгән өс ҡалаҡ кишергә  өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнө буйы төнәтергә. Һуңынан һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр  стакан эсергә. 

Пиелонефрит
яфалағанда

- Бер ҡалаҡ кипкән  ромашка сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. 
 - Пиелонефрит  киҫкенләшкәндә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан бер сәғәт алда  берәр балғалаҡ прополис майы  эсергә. Ул ошолай әҙерләнә: эмалле кәстрүлдә 1 кг  аҡ майҙы талғын утта иретергә, әҙерәк һыуынғас, 150 г прополисты пар өҫтөндә тотҡандан һуң, ошо майға ҡушып бутарға. Май әсе генә, шунлыҡтан ашағандан һуң һут эсергә кәңәш ителә.  
– Бөйөр ауыртҡанда  һоло  файҙа­ланыла. Шулай уҡ һоло ярмаһынан һыуҙа ғына шәкәрһеҙ бешерелгән бутҡа ла файҙалы. Уға ярты стакан гөлйемеште бешереп, һыуын ҡушырға мөмкин. Бының өсөн бер ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған гөлйемешкә ярты литр һыу ҡойоп,   ҡапҡасын ябып, 10 минут эмалле кәстрүлдә ҡайнатырға. Әҙер булғас, һөҙөп, бер аҙ бал ҡушып эсергә. 

Бәүел ҡыуҙырыу өсөн  

Бер стакан һолоно яҡшы итеп йыуып, 4 стакан һыу ҡойорға  һәм талғын утта һыуы яртылаш кәмегәнсе ҡайнатырға.  4 ҡалаҡ бал ҡушып, тағы 5 минут ҡайнатырға. Һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.  

Бөйөрҙәрҙе
сәләмәтләндереү һәм
иммунитетты нығытыу
  
1. Иртәнсәк ас ҡарынға бер ҡалаҡ һитәне имеп, 20 – 30 минуттан  бер нәмә лә ҡушмай ғына ашарға кәрәк.  Яман шеш йәки аллергия булғанда уны  ҡулланырға ярамай.  
2. Бер өлөш тимер үләне (вербена лекарственная), бер өлөш әстерхан сәтләүеге япрағы һәм өс төҫлө миләүшә үләне, ике өлөш  дегәнәк тамыры һәм өс өлөш гөлйемеш емеше алып, бөтәһен бергә ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне һөҙөп, төшкөһөн һәм кискеһен ашағандан һуң  яртышар стакан эсергә. 
Шулай итеп, иртәнге ашҡа тиклем һитә ашарға һәм көнөнә ике тапҡыр ашағандан һуң ошо үләндәр төнәтмәһен эсергә. Бер аҙна тәнәфес яһағандан һуң, дауаланыу курсын дауам итергә. 

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: