Һәр беребеҙҙең ниндәйҙер еҫе булыуы ғәҙәти күренеш. Әгәр ҙә ул ныҡ киҫкен, ауыр, түҙеп торғоһоҙ икән, өс ауырыуға тикшереү яһау яҡшы булыр.
Диабет
Күҙәнәктәр энергияны глюкозанан алып еткермәгәс, улар уны майҙан ала. Шул сәбәпле бауыр кетондар сығара башлай. Уларҙың артыҡ булыуы ауыҙҙан ацетон еҫе сығара. Әгәр һин уны тояһың икән, диабетҡа тикшерел.
Бауыр сирҙәре
Ауыҙҙан йәки һейҙектән яңы сабылған бесән еҫе сыҡһа, бауырҙы тикшертергә кәрәк булыр.
Бөйөр ауырыуҙары
Әгәр бөйөр дөрөҫ эшләмәй икән, улар ҡанды насар фильтрлай. Һөҙөмтәлә бактериялар һәм артыҡ аҡһымдар бәүелдә туплана. Шул арҡала һейҙектән аммиак (һаҫыған йомортҡа кеүек) еҫе сыға башлай.
Фото: Т. АМАНОВ.