Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Октябрь 2022, 18:00

Был бәйге һинең өсөн

Нимәлер яһарға, һүрәт төшөрөргә оҫтаһыңмы?

Был бәйге һинең өсөн
Был бәйге һинең өсөн

Медицина темаһына арналған «Тормош нөктәһе» арт-объекттар макеты конкурсында ҡатнаша алаһың. Макетты ПВХ-нан, шырпынан, пластилиндан һәм башҡа материалдарҙан эшләргә, һыҙырға, төҙөргә мөмкин. Конкурста ҡатнашыу бушлай.

Унан эшеңде фотоға төшөрөп, ғариза менән бергә https://точка-жизни.рф/konkurs һылтанмаһы буйынса беркетергә кәрәк.

Түбәндәге номинацияларға ғариза бирергә мөмкин:

 «Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү» - сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм иҫкәртеү сараларын, һаулыҡты һаҡлауға һәм нығытыуға саҡырыуҙы символлаштырған художестволы форма;

«Сәләмәт йәшәү рәүеше» - сәләмәт тормош алып барыуҙы, әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлауға өндәүҙе символлаштырған художестволы форма.

Шулай уҡ ике махсус номинацияла ла ҡатнашырға була:

«Табиптарға - беҙҙең заман геройҙарына рәхмәт» темаһына граффити төшөрөү (эскиз ҡабул ителә);

«Минең сәләмәтлегем» темаһына фотоһүрәттәр.

Ғаризалар 30 октябргә тиклем ошо сайтта https://точка-жизни.рф/konkurs ҡабул ителә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: