Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Октябрь 2022, 07:45

Бөгөн – Бөтә донъя ҡул йыуыу көнө

Бындай көн барлығын белә инегеҙме? Санитария йылына ярашлы, 2008 йылда БМО-ның Балалар фонды 15 октябрҙе рәсми рәүештә Бөтә донъя ҡул йыуыу көнө тип иғлан иткән.  Ул ваҡытта бөтә донъя буйынса 70-тән ашыу илдә  120 миллиондан ашыу бала ҡулын һабын менән йыуған. Совет ашханаларында: «Ашар алдынан  ҡулығыҙҙы йыуығыҙ», – тигән плакат эленеп торғанын өлкәндәр яҡшы хәтерләйҙер. Әле улар булмаһа ла сәләмәтлек таҙалыҡ нигеҙе икәнен оноторға ярамай.

Бөгөн – Бөтә донъя ҡул йыуыу көнө
Бөгөн – Бөтә донъя ҡул йыуыу көнө

Йыуылмаған ҡулдар аша кеше организмына холера, вируслы пневмония, гепатит, грипп һәм ОРВИ кеүек ҡурҡыныс сирҙәрҙе тыуҙырыусы бактериялар эләгә. «Бысраҡ ҡулдар» Азияла һәм Африкала балаларҙың күпләп үлеүенең төп сәбәптәренең береһе булып тора. ЮНИСЕФ мәғлүмәттәре буйынса, көн һайын «бысраҡ ҡулдар ауырыуы» тип йөрөтөлгән эс китеүенән генә  биш мең бала вафат була. Ашар алдынан һәм бәҙрәфкә барғандан һуң ҡулды һабынлап йыуғанда был үлемдәрҙең яртыһын булдырмаҫҡа мөмкин булыр ине.

Күп кенә илдәрҙә был  көндө дөйөм милли гигиена кампанияларына старт бирелә, уҡыусыларға мәғлүмәт брошюралары таратыла. Үҙенсәлекле рекордтар ҙа ҡуйыла. Мәҫәлән, 15 октябрҙә Бангладеш халҡы ҡатнашыусылар һаны буйынса ғәйәт ҙур акция үткәргән, бөтә ил буйынса бер юлы 53 мең кеше ҡулын һабынлап  йыуған.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: