

* Майһыҙландырылған эремсек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарының киңәйеүенә булышлыҡ итә, кальций, магний, калий сығанағы булып тора. Шуға күрә көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.
* Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Уны мөмкин тиклем йышыраҡ ашарға кәңәш ителә. Көнөнә ике татлы борос ашағанда ғына ла, организм С витаминына ҡытлыҡ кисермәйәсәк.
* Һөмбаш балығы омега-3 майлы кислотаһының сығанағы булып тороу сәбәпле, юғары ҡан баҫымын төшөрөргә булышлыҡ итә. Аҙнаһына өс тапҡыр уны 100 – 150 г туҡланыу рационына индереү яҡшы һөҙөмтә бирә.
* Һәр иртә гипертониктарҙың менюһында һоло бутҡаһы булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һоло организмды селен менән байыта, унда күҙәнәклек күп.
* Ҡабаҡ орлоғо цинк дефицитын ҡаплап, инфарктан һаҡлай. Көнөнә уны 20 г ашау ҙа етә.
* Какао ла ҡан тамырҙарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Әммә ул калорияға бай булыу сәбәпле, аҙнаһына бер– ике сынаяҡ ҡына эсеү ҙә етә.
* Майһыҙландырылған һөт калий, кальций һәм магнийға бай булыу сәбәпле, шулай уҡ гипертониктарға файҙалы. Уны көнөнә өс стакан эсергә мөмкин.
* Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, антиоксиданттарға бай булыу сәбәпле, 5-10 мм-ға ҡан баҫымын төшөрә. Уны ла күпләп ашарға ярамай.
* Миндаль ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Уның составында шулай уҡ юғары ҡан баҫымын төшөрөү өсөн кәрәкле калий, магний, Е витамины бар.
* Йәшел сәйҙе даими рәүештә эскәндә, холестерин төйөрсәләрен бөтөрөргә булышлыҡ итә. Антиоксиданттарға бай булыу сәбәпле, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Японияла йәшәүселәр күберәк йәшел сәй эсә, шунлыҡтан гипертония менән ауырыусылар ҙа һирәк.
Фото:Т. Аманов.