+30 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Һаулыҡ һаҡлау
11 Сентябрь 2022, 14:00
Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамға
Остеохондроздан, шулай уҡ төрлө йәрәхәттәрҙән һуң умыртҡа бағанаһының елкә өлөшөндә ҡан әйләнеше боҙолғанда баш мейеһе тамырҙарын таҙартыу бик мөһим.
Баш мейеһе тамырҙарына ярҙамға
Бының өсөн берәр стакан һуған һуты менән бал алырға һәм бергә ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда икешәр балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – өс ай. Был дауа баш мейеһе өсөн генә түгел, тотош организм өсөн дә һәйбәт.
Тағы ла 10 г дегәнәк тамыры термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға һәм таң атҡансы тоторға. Көн һайын иртән ошо төнәтмәне һөҙөп, биш йә алты ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 1,5 – 2 ай. Һуңынан ике аҙна ял итеп алырға һәм йәнә ҡабатларға. Был дауалау сараһы эше буйынса гел ултырырға мәжбүр булған һәм, ғөмүмән, аҙ хәрәкәт иткән кешеләр өсөн дә файҙалы.
Күберәк гранат һуты эсергә тырышығыҙ, ул бик яҡшы ярҙам итә. Шулай уҡ балан, миләш, ашарға кәрәк, алма, кишер һуттары ла файҙалы һәм дөрөҫ туҡланырға ла онотмағыҙ.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"