

Аяҡ тиреһенең зәңгәр һәм аҡһыл төҫкә инеүе, бигерәк тә ауыртыуҙар барлыҡҡа килһә, периферия артериялары ауырыуы билдәһе булырға мөмкин. Әлеге сир ваҡытында артериялар холестерин төйөрҙәре арҡаһында тарая.
Юғары холестерин оҙаҡ ваҡыт үҙен бер нисек тә һиҙҙермәҫкә мөмкин. Әгәр уның арҡаһында аҫҡы аяҡ-ҡулдарҙағы артерияларҙа төйөрҙәр барлыҡҡа килә икән, был периферия артериялары ауырыуына килтерә.
Йыш ҡына ауырыу аяҡтарҙы зарарлай: ҡан тамырҙарында ҡан йөрөшө кәмей, был тиренең төҫөнә тәьҫир итә.
Фото: Т. АМАНОВ.