

Ҡара ҡарағат С витаминына байлығы йәһәтенән әлморондан ғына ҡалыша. Унда С витамины алмала булғанға ҡарағанда 10-20, сейәләгенән — 20-30, виноградтағынан 100 тапҡырға күберәк.
Ҡара ҡарағатта кеше организмына файҙалы каротин, аскорбин, фолий кислоталары, А1, В1, В9, Р витаминдары һәм башҡа элементтар, минераль тоҙҙар, фосфор, калий, магний кеүек матдәләр бар.
Элек халыҡ медицинаһында яңы өлгөргән ҡара ҡарағатты зәңге, йөрәк, бауыр, ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә ҡулланғандар.
Фото: Т. АМАНОВ.