Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Июнь 2022, 07:00

Эмоцияларыңды «Һүндер» ҙә айыҡ аҡыл менән эш ит

“Апай, миңә нисек йәшәргә? Әхирәтемдең тыуған көнөнә ирһеҙ барҙым – ул, вахтала булыу сәбәпле, миңә рөхсәт итте. Баламды әсәйемә ҡалдырып, ҙур кәйеф менән ҡунаҡҡа килдем. Кафе матур итеп биҙәлгән. Таныш булмаған-булған ир-егеттәр эргәлә йөрөнө, иғтибар бирмәнем. Миңә шул тиклем күңелле булды – яратҡан ғаилә дуҫыбыҙҙың юбилейында ихлас күңел астым. Шарап та тиҙ генә башыма бәрҙе...  әхирәтемдең иренең ҡустыһы менән бейергә төштөм... Сәғәт 12-ләрҙә ҡайтырға сыҡтым, такси саҡыртҡайным. Ошо егет килде, әҙерәк йөрөп килергә саҡырҙы. Баш тарттым, шаяртыуға юраным барыһын да. Уның менән ҡайҙалыр барырға теләмәгәнемде белһә лә, һөйрәкләй башланы. Шаяртыуҙыр тип, ҡушылып шаяртам, шулай ҙа үҙем ҡырталашам. Оторо шашып көсләшә башлағас, тупаҫ ҡына яуап бирҙем дә өс хәрефкә йүнәлттем. Шул арала битемә ниҙер килеп бәрелде лә... Күҙемде асһам... ҡайҙалыр, ҡап-ҡараңғы ерҙә, мине берәү көсләй. Һин кем, ни эшләйһең, төрмәлә башыңды сереткең киләме, тиеүемә тағы ла йоҙроҡтар эләкте... Мин тибенеп, һуғып та өлгөрҙөм, хатта кемдеңдер ҡулын тешләп тә... Әммә бер мәлгә аңымды юғалттым! Шулай ҙа уларҙың ике кеше икәнен аңғарып өлгөргәйнем. Кире аңыма килгәндә былар һаман да туймағайны... Береһен мин беләм, икенсеһе – уның дуҫы... Иҫемә килгәнде белдермәү хәүефһеҙерәк, тип яттым. Ни генә ҡыланманы улар – фәхшилектәре үҙҙәренә ҡайтһын! Таң беленеүгә йоҡоға талдылар. Шуны ғына көттөм – ҡастым. Ҡайттым. Душ та, ванна ла бысраҡты йыуып төшөрмәҫен аңлайым да ул... Күҙем шешкән, иренем йыртылған, бөтә тәнем күм-күк, ҡулымды күтәрә алмайым – ныҡ ҡына шаҡарғандар... Иремә нимә тип әйтәйем? Кәрәкме әйтергә? Полицияға мөрәжәғәт итһәм, бөтә мирға фаш буласаҡмын. Быны мин күтәрермен, ә ғаиләм? Әллә үҙемә ҡул һалайыммы икән? Ни өсөн ундай ҡырағайҙар осраны минең юлыма? Ә һеҙ, тормош ғәҙел, тиһегеҙ. Риза түгелмен, түгелмен!
Дилә”.

Йәшәйештә барыһы ла шулай: ҡапыл килеп сыға ла, һин артабан ошо кисерештәр менән йәшәргә өйрәнәһең. Ҡырталашаһыңмы, юҡмы, барыбер  тормош бит дауам итә! Ризаһыңмы һин, оҡшаймы һиңә-юҡмы, йәнекәйем ми­нең, тормош барыбер ҙә үҙ яйы менән китеп бара. Аңлайым. Ауыр. Ғибрәт. Ундай хәл булыр тип бер ҡасан да башыңа килтермәнең, әммә... Ысынбарлыҡ шулай – уны нисек инҡар итергә? Булмай. Тимәк, эмоцияларҙы “һүн­дерәһең” дә, тик айыҡ аҡыл менән эш итәһең. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға хәбәр итеү – һин ул ике енәйәтсенән ни өмөт итәһең? Үс ҡандырырға әллә ниндәйҙер компенсация? Киҫәтәйем шулай ҙа – бер ниндәй аҡса ла күңел яраңды төҙәлтмәҫ. Иреңдең дә был хәлгә ни тиерен  әйтә алмайым. Быларҙың барыһы ла – тик һин ҡарар ҡабул итә торған эштәр. Һиңә ҡарата енәйәт ҡылынған. Ҡалғаны нисек була – һинең ҡулда. Мин тик һиңә бер нәмәне аң­латҡым килә – ошо ысын­барлыҡ менән һиңә артабан да йәшәргә. Ә бына йәшәйе­шеңдең артабанғы сифаты  тик һинән тора. Барыһы ла һинең ҡулыңда. Беләм... Аңлайым... Хәҙер бик мөһим һүҙҙәрҙе әйтәм: ҡайһы саҡ тормош битеңде “бысраҡ”ҡа сумдыра... Бурысың – ошо бысраҡтың битең (йәнең) өсөн шифалы булыуын күр­һәтеү. Беләһеңме нимә: был хәлдә һинең ғәйебең юҡ. Бөтөнләй ҙә. Шуны онотма.
...Минең дә шулай булды. Ябай ғына байрам иҫ киткес ғазаптар менән тамамланды. Тик улар дүртәү ине... Аңлайым, тип әйтеүем шунан, һылыуым. Тик был – бөтөнләй башҡа тарих.
Төркөмөмә рәхим ит: башҡортса, һинең туған телеңдә, күңелеңдең бар ғазабын асып һалыусы һәм улар менән “дуҫлыҡта” йәшәргә өндәүсе психолог  бер мин генә ул. Сөнки мин һинең тиреңдә булдым... Тын ал, күкрәк тултырып тын ал, зинһар, теребеҙ бит, тимәк, йәшәйек әле...

Психолог 
Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: