Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Май 2022, 07:00

Көсләп тә асмаған күҙҙәр була

йәки үткәндәрҙе үткәндә ҡалдыр

“Миңә 38 йәш. Матди яҡтан бар нәмәм бар, эшемдә хөрмәтле белгесмен, эш хаҡым яҡшы, шуғалыр ҙа донъя малы тупланған. Бер ҡасан да кейәүҙә булмауымдың да сәбәбе ябай – ғаиләле ирҙе яраттым. 8 йыл элек танышҡайныҡ уның менән. Кәнфит-сәскәле арауыҡ йылға яҡын дауам итте. Мин уның ҡатынының, балаларының сирҙәрен дә, серҙәрен дә белдем. Һөйгәнем минән бер нәмә лә йәшермәне. Бер ҡасан да буш ҡул менән килгәне булманы. 30 йәшкә тиклем минең дә егеттәрем булманы түгел, әммә уның һымаҡ ихластар бөтөнләй ҙә осраманы нишләптер. Яратам, һөйәм, икенсе ҡатын итеп алам, тигәненә мин шикһеҙ ышандым да ҡуйҙым. Шуға күрә ауырға ҡалыуымды оло шатлыҡ менән ҡабул иттем. Ысынлап та, бына алдамайым – ул да ныҡ ҡыуанды. 9 ай буйы янымда булды, саҡ ҡына ваҡыты килеп сығыу менән миңә килер ине. Эсемә башын терәп улыбыҙ менән һөйләште, уға тигән бүләктәр менән йоҡо бүлмәһен тултырҙы. Әйтергә кәрәк, ошо мәлдә уның ҡатынының да ауырлы икәне билдәле булды. Ул арала беҙҙең улыбыҙ тыуҙы. Ошо мәлдән алып һөйгәнем үҙгәрә башланы. Ҡатынының һаулығы ҡаҡшауы, балаларының мәшә­ҡәттәре күплегенә һылтанып, өсәр көнләп килмәй башланы. Телефондан да һөйлә­шеүҙәр кәмене – ваҡытым юҡ, хәҙер уңайһыҙыраҡ, үҙем шылтыратам, тип һөйләшеүҙе өҙә ине. Ә миңә тап ошо ваҡытта ул кәрәк бит! Бала менән бер үҙем, ярҙам итер кешеләрем юҡ! Дауаханаға, магазинға, аптекаға – о-о-о-о-о-о-о-ой, шул тиклем ауыр мәлдәремдә уның ситтә булыуы һарыуымды ҡайната ине! Бигерәк тә минең ошоға тиклем бала ҡарау тәжрибәм булмағанын иҫәпкә алғанда, ул, баланың атаһы булараҡ, беҙҙең эргәнән бөтөнләй ҙә алыҫлашмаҫҡа тейеш ине! Нисек булһа ла, ЗАГС аша балаһын таныны. Унда ла кәрәкле документтарҙы йәһәт кенә тултырҙы ла өнһөҙ тиерлек мине өйгә илтеп тә ҡуйҙы. Көйөүемдән, ғәрлегемдән төнө буйы илап сыҡтым. Тимәк, уның, бата уҡытасаҡбыҙ, бергә үҫтерәсәкбеҙ улыбыҙҙы, тигән һүҙҙәре төптө алдаҡ булып сығамы? Шулай тип көйөп таңды аттырҙым. Иртә менән быным килгән. Бар хәлен аңлатты. Минең менән бата уҡытыуҙы ҡатыны ауырынан бушанғас, тип килештек. Мөхәббәт усағы, күңелле мәшәҡәттәргә күмелеп, дөрләүен дауам итте. Ҡатыны ла ул тапты. Хәҙер инде һөйләшер, “ситтә” балаһы барлығын әйтер, тип көтөүем бушҡа булып сыҡты. Йәрем ҡатынының һаулығы ҡаҡшауын һөйләп, уға нығынырға кәрәк, тине. Үҙе ваҡыты булған һайын беҙгә килеп йөрөнө. Мин шуға ла риза инем. Һөйләгән һәр бер һүҙенә ышанып, киләсәктә күмәкләшеп матур итеп йәшәрбеҙ, тигән хыялдарға сумып йөрөй бирҙем. Улыбыҙҙың 1 йәше тулыр алдынан никах уҡытыу тураһында һүҙ ҡуҙғаттым. “Ҡатыным ҡабул итмәйәсәк баланы, һинең менән никахҡа рөхсәт бирмәйәсәк!” – тигәнен ишетергә лә теләмәнем. Нисек улай булыуы мөмкин – уның ире менән минең уртаҡ улыбыҙ бар, был фактты бер нисек тә инҡар итеп булмай! Баланың документында да уның иренең исем-фамилияһы тора ла баһа! Тик хәл башҡасараҡ килеп сыҡты шул. Бөгөнгө көндә мин уның ғаиләһе өсөн иң алама кеше. Барыһын да тәфсирләп яҙырға хәлемдән дә килмәй, ауырыуға һабышам да ҡуям. Ул беҙҙе ташланы. Ул беҙҙе һатты. Бисәһенең һүҙенән сыға алманы. Туғандары алдында мине түбәндән дә түбәнерәк түпәләне! Балам атаһын һорағас, уның эшләгән еренә алып барғайным, сыҡманы. Үҙенең улы янына! Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Шундағы яныуым! Ярай, мин дошман икән, һуң баланың ни ҡыҫылышы бар? Күралмайым! Нисек миңә шул ир ишаратын оноторға? Йәғни, ошо хистәрҙе ауыҙлыҡларға? Улыма атаһы кәрәк, нисек уларҙы осраштырырға? Атаһын белеп, башҡа туғандары менән аралашып үҫһен, тип теләйем. Миңә төкөрһә лә, улынан баш тартырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Әлфинур”.


Әлфинур, ошоға тиклем “дуҫлыҡ күпе­ре” емерелгәс, уны тергеҙеп буламы ул? Мин аңламайым. Һинең “тыпырсыныу­ҙарың” арағыҙҙағы упҡынды тик тә­рәнәйтә генә бара түгелме? Нисек һинең, һинең улың менән күрешергә теләмәгән кешене көсләп аралаштырып була ул? Һиңә был хәҡиҡәтте, ни тиклем ауыр булһа ла, ҡабул итеү мөһим. Улыңа атаһы тураһында насар һүҙҙәр һөйләүең дә бала өсөн зыян ғына. Бәләкәстең күңелендә атаһына ҡарата нәфрәт тойғолары үҫтереүҙән һиңә ниндәй файҙа?
Һин бар. Улың бар. Бына ошо бәләкәс кенә ғаиләң тураһында ҡайғыртыу мең­ләтә артығыраҡ та, файҙалыраҡ та бул­маҫмы? Бының өсөн һиңә үткәндәреңде тыныслыҡта ҡалдырыу ҙа етә. Аңлайһың­дыр мин кемдәрҙе күҙ уңында тот­ҡа­нымды? Ҡағылма ул ғаиләгә. Хатта уйҙарыңда ла. Шуҡ, аҡыллы, һау ул бүләк иткәненә шөкөр ҡыл да үҙ тормошоң менән йәшә. Бәхетле булыуҙың сере ябай, эйеме? Булдырырһың, тип ышанам.

Психолог А. ИСХАҠОВА әҙерләне. 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: