Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Май 2022, 07:00

«Әсәйем кейәүгә сыға»

Бөгөнгө йәмғиәттә яңғыҙ әсәйҙәр күп. Был – заман проблемаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмайынса бала табыуҙы йәки насар холоҡло иренән айырылыуҙы, балаһын психик йәрәхәттәрҙән, тетрәнеүҙәрҙән ҡурсалап, уны яңғыҙ тәрбиәләүҙе хуп күрә. Йылдар үткәс, балаһы үҫә килә ул үҙен ысынлап яңғыҙ тип хис итә башлай. Ир-ат тарафынан иғтибар булһа, осрашыуҙарға йөрөй, уны күҙәтә, һынай. Һәм ышаныслы кеше кеүек тойолһа, кейәүгә сығырға ла ризалаша. Ә бына сабый саҡтан әсәһенең иғтибарына, һөйөүенә ҡойоноп йәшәгән бала был осраҡта үҙен ситен, кәм тоя. Әсәнең һөйөүен ул йыш ҡына ҡабул итә алмай.

«Беҙ икебеҙ генә булғанда ла барыһы ла яҡшы ине бит...» – тип уйлайһың. Әлбиттә, һиңә әсәйең менән яҡшылыр, шулай ҙа күҙ алдына килтер әле: элек ул бер үҙе генә башҡарған эштәрҙе (йорт мәшә­ҡәттәре, мал ҡарау, аҡса табыу) хәҙер улар икәү эшләйәсәк. Бәлки, ул тормош йөгөн бер үҙенә тартыу ауыр булыуына зарлан­мағандыр. Сөнки әсәй кеше борсолоуҙарын һөйләп, балаһын ҡайғыға һалырға теләмәй. Әммә уға хәҙер еңел түгел һәм һин быны аңларға тейешһең. Әсәйеңә янында ауыр саҡта терәк булырҙай кеше кәрәк. Тағы ла, һин уға гөлләмә, шоколад, биҙәүестәр бүләк итеүҙәрен теләмәйһеңме ни? Әсәйең бит әле йәш, сибәр.  Бигерәк тә бәхетле сағында. Шуға ла ҡәҙерле кешеңде яратаһың икән, уның өсөн һөйөн һәм быға ҡәҙәр сит булған кешенең һеҙҙең менән йәшәйәсәген тыныс ҡына ҡабул итергә тырыш.
Буласаҡ үгәй атайың танышырға килгәндә бүлмәңә инеп бикләнергә теләйһең икән, был оло яңылышлыҡ. Киреһенсә, уны йыйыштырып ҡуйһаң,  отошло булыр. Әсәйең берҙән-бер балаһының бүлмәһен күр­һәтергә теләһә, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килерлек булмаһын. Буласаҡ ғаилә ағзаһына ла иғ­тибар менән ҡара: бәлки, хәлдәр һин уйлағанса насар түгелдер? Ышан, ул ағайҙың да күңеле тыныс түгел. Ул да һәр көндө яңы ғаиләгә күсенмәй һәм йәш бала менән танышмай. Тағы ла был танышыуҙың бер нисә көнгә йәки айға түгел, ә ғүмерлеккә икәнен оноторға ярамай. Шуға ла уның менән ҡунаҡсыл булырға тырыш, матур итеп һөйләш, һорауҙарына яуап бир. Ул әсәйеңде ярата, мөнәсәбәттәренә һинең ҡаршы килеүеңде теләмәй. бәхетле ғаилә ҡороу өсөн уларға мөмкинлек бир!
«Әсәйем мине башҡаса яратмай...» Был уй башыңа ла килмәһен. Ярата, бик тә ярата! Ғаиләгеҙҙә яңы кешенең булыуы бер нәмәне лә үҙгәртмәй: һин элеккесә уның балаһы, һине лә ярата һәм үҙеңде бер ҡасан да бер кемгә лә бирмәҫ. Тик уны аңлау өсөн тәүлек әйләнәһенә әсәйеңдең иғтибарын йәлеп итергә тырышыу кәрәкмәй. Ни ҡәҙәр күберәк көнләшәһең һәм холоҡһоҙланаһың, уның менән бергә үткәрергә мөмкин булған бәхетле миҙгелдәр ҙә шул ҡәҙәр аҙыраҡ булыр. Сөнки күп ваҡыт бәхәсләшеүгә, үпкәләшеүгә китә. Шулай итеп, әгәр ҙә һин өйҙә юҡҡа тауыш сығарырға кәрәк түгел­леген аңлаһаң, әсәйеңдең бары һинеке генә булыуын дәлилләргә тырышма.
Яңы кеше һеҙҙең өйҙә, ғаиләлә үҙ тәр­типтәрен урынлаштырырға маташамы? Ремонт яһарға, яңы йыһаздар алырға, иҫке­ләрен ташларға теләйме? Был осраҡта үҙеңде нисек тоторға? Үпкәләп, һөйләшмәй йөрөргә кәрәкмәй – улай ғына хәлде үҙгәртә алмайһың. Фекереңде әйт, әммә дөйөм һәм үҙ бүлмәләрен барыбер ололар хәл итәсәк. Ә бына үҙ бүлмәңә сират етһә, бәхәсләшергә, үҙ һүҙеңде һүҙ итергә хоҡуғың бар. Теләйһең икән, элеккесә ҡалдыр, ә ремонт кәрәк, тип һанаһаң, үҙеңә оҡшаған төҫтәрҙе, йыһаз­дарҙы һайла.
Ғаиләлә яңы кеше пәйҙә булыу сәбәпле, ҡайһы саҡта үҙ ғәҙәттәреңде, ҡыҙыҡһыныуҙарыңды үҙгәртергә тура килә. Мәҫәлән, һин телевизорҙан рок төр­көмө концертын ҡарарға теләйһең, ә үгәй атай балыҡсылыҡ тураһындағы тапшы­рыуға өҫтөнлөк бирә. Был осраҡта ла уртаҡ фекергә килеп була. Концертты интернет аша ҡарарға мөмкин. Йәки балыҡсылыҡ тураһындағы тапшырыуҙы үгәй атайың ҡарай алһын өсөн уны яҙҙырып ҡуяһың. Икенсе миҫал: насар йоғонто яһай, тип дуҫтарың менән аралашыуға үгәй атай ҡаршы төшә. Был осраҡта уртаҡ фекергә килә алмайһығыҙ икән, һөйләшеүгә әсә­йеңде лә саҡыр. Ул дуҫтарың менән күптән таныш, уларҙы яҡшыраҡ белә. Борсолорға сәбәп юҡ икән, тимәк, ул ҡаршы кил­мәйәсәк. Ә инде икеһе бер һүҙле булһа, дуҫтарыңа яҡшылап күҙ һал, бәлки, уларҙың ысынлап та  һиңә насар йоғонтоһо барҙыр? Донъяны күберәк күргән, һине яратҡан кешеләр насарға әйтмәҫ.
Онотма, аңлашылмаусанлыҡтарҙы ҡыс­ҡырып, тауыш күтәреп, бәхәсләшеп кенә хәл итеп булмай. Киреһенсә, тәмле сәй артында, тыныс ҡына һөйләшеп, уртаҡ фекергә килеү күпкә яҡшыраҡ.
Әгәр үгәй атайың элек өйләнгән булһа, уның тәүге ғаиләһендә балалары барҙыр. Уларҙың һеҙҙә йәшәй башлауы, бик булмаһа, ҡунаҡҡа килеүе бар. Был хәл менән дә килешергә һәм яҡшыға өмөтләнергә ҡала. Бәлки, тап шул бала менән һеҙ иң яҡшы дуҫтарға әйләнерһегеҙ, серҙәрегеҙ берегер, дәрестәрҙе лә бергә әҙерләүе күңел­лерәк булыр. Һәр хәлдә дуҫлашырға тырышып ҡара. Ә инде ул да һиңә битараф ҡала икән йәки «энәләрен сығарһа», тыныслыҡта ҡалдыр. Уның да был ҡауышыуҙы ауыр кисереүе мөмкин.
Ни өсөн миңә бер нимә лә юҡ, ә уға барыһын да алаһығыҙ? Һеҙҙе был һорау борсой икән, тимәк, һин ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек барлығын һиҙәһең. Һиңә үгәй туғаныңа ҡарағанда нимәнелер аҙыраҡ бирәләр кеүек тойола. Әлбиттә, бындай хәлгә үпкәләргә була. Әммә тынысланып, барыһын да анализлап ҡара. Мәҫәлән, уға бүләк биргәндәр, ә һиңә – юҡ, ти. Иҫеңә төшөр: элек һине нимә менәндер бүләкләп, уға бирмәй ҡалғандары булдымы? Әгәр шулай икән, ул мәлдә яңы туғаныңа нисек ауыр булғанын күҙ алдыңа килтер. Тимәк, икегеҙгә лә бүләк  эләккән. Ә бәлки, ата-әсәйегеҙ бүләкте һиңә һуңыраҡ бирергә уйлайҙыр, ни тиһәң дә ике балаға бер юлы бүләк алыу өсөн байтаҡ сығым китәсәк. Үпкәләмә! Тыныслан һәм барыһы ла яҡшы булыр! Һис шикһеҙ, һине лә бүләк биреп, һөйөндөрмәй ҡалмаҫтар.
«Оҙаҡламай һинең һеңлең йәки ҡустың тыуасаҡ!»
Бер көндө һиңә әсәйең менән үгәй атайың бәхетле ҡиәфәт менән был турала хәбәр итеүе бар. Ә һин уны башыңа ла килтер­мәйһең. «Кескенә илаҡ бала беҙҙе нисек яҡынайтырға мөмкин һуң?” – тип аптырап ҡалаһың. Етмәһә, күңелеңде көнләшеү ҡорто кимерә башлай. Ә ул тыуһа, һиңә иғтибар бөтөнләй юҡ кеүек: ололар тәүлек әйләнәһенә яңы тыуған сабый янында бөтөрөлә, һәр хәрәкәтенә, ауазына һөйө­нәләр, ҡулдарынан төшөрмәйҙәр. Ә һиңә йылмайыусы ла, бүләк биреүсе лә, хәлеңде белеүсе лә юҡ... Нисек кенә ауыр булмаһын, шуны онотма: бәпәйҙәр янында һәр ваҡыт шулай бөтөрөләләр. Сәбәп һине яратмауҙа түгел, ә сабый бала һәр ваҡыт иғтибар һәм тәрбиә талап итә. Сабыр бул, үҙеңде аҡыллы һәм үҙаллы итеп күрһәт: өйҙө йыйыш­тырыуҙы, һауыт-һаба йыуыуҙы үҙ өҫтөңә ал, өлкәндәрҙең әйткәнен көтмәйенсә дәрес­тәреңде әҙерлә. Дуҫтарың менән осрашаһың икән, ваҡытында ҡайт – ата-әсәйеңде борсоуға һалма. Уларға һинең ярҙамың бик тә кәрәк.
Ғаилә ул – берҙәмлек, татыулыҡ, бер-береңә хөрмәт һәм ярҙам. Әсәйең бәхетенә һөйөнөп, үҙең дә бәхетле булырға тырыш. Һеҙҙең янда яңы кеше барлыҡҡа килә икән, бынан ҡурҡырға ярамай.

   Гөлдәриә ВӘЛИТОВА әҙерләне.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: