Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Май 2022, 23:29

Пиондарығыҙ күпереп сәскә атһын тиһәгеҙ...

Иң тәүгеләрҙән булып беҙҙе ҡыуандырыусы пиондар – күптәрҙең яратҡан сәскәһе. Улар матур итеп сәскә атһын өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?

Пиондарығыҙ күпереп сәскә атһын тиһәгеҙ...
Пиондарығыҙ күпереп сәскә атһын тиһәгеҙ...

 

  1. Дөрөҫ итеп һыу һибергә.

 

Ямғырлы һәм һалҡын  йәйҙә пиондарға һыу һибеү кәрәкмәй. Әммә көндәр эҫе торғанда 7 – 10 көн һайын яҡшы итеп һыу һибергә кәңәш ителә.    Һыу тупраҡҡа һеңһен өсөн уны кискеһен һибергә кәрәк.

  1. Ҡыуаҡтар тирәләй тупраҡты йомшартырға.

Быны тамырҙары тын алһын һәм яҡшылап үҫһен өсөн һыу һипкән һайын йәки ямғырҙан һуң башҡарырға кәрәк. Һабаҡтар янында 5 – 7 см тәрәнлектә йомшартырға мөмкин, ә уларҙан 20 – 25 см алыҫлыҡта 10 – 15 сантиметрға тиклем мөмкин.

  1. Пиондарҙы ваҡытында туҡландырып тороу ҙа мөһим.

Әгәр ҙә ултыртҡан ваҡытта урынына ашлама индерелһә, тәүге ике йылында пиондарҙы ашлау кәрәкмәй. Өөсөнсө йылынан башлап иһә миҙгеленә дүрт тапҡыр ашлама индереү талап ителә. Иң беренсе тупраҡтан уның ҡыҙыл үҫентеләре күренә башлау менән ашларға кәрәк. Икенсе тапҡыр – сәскәгә тумалағанда, өсөнсөһө – сәскә атҡан ваҡытта һәм дүрт енсеһе – сәскә атып бөткәс.

  1. Ҡыуаҡлыҡтарҙы йәшәртеү.

Пиондар бер урында 50, хатта 100 йыл үҫә ала. Әммә ҡартая барған һайын, сәскәһе лә һирәгәйә. Шунлыҡтан 8 – 10 йылға бер  ҡаҙып алып, һирәкләп ултыртырға кәрәк. Быны августа ғына эшләргә кәңәш ителә.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: