Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Май 2022, 11:06

Теләге бар – тирәк йығыр

Ул һәр өйҙә лә бар. Уға һәр кемдең үҙ ҡарашы. Уны кемдер ярата, кемдер – күрә алмай. Кемдер ҡәһәрләй, кемдер  маҡтай. Кемдер өсөн ул – тормош мәғәнәһе, кемдер өсөн – үлем сәбәбе... Кемдер уны өҫтәл түренән төшөрмәй, кемдер  тупһа аша ла үткәрмәй... Хайуандар уның ни икәнен дә белмәй....


Спиртлы эсемлеккә минең тик үҙ тәжрибәмдән барлыҡҡа килгән шәхсән ҡарашым бар. Күп татыным, төрлө спирт эсемлегенең тәмен беләм. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар буйы бөтөнләй ҙә эсмәгәнем булды. Ҡалай ғына булһа ла, гел әйтә килдем һәм ҡабатлайым – водка это сила! Бер генә рюмка һинең тормошоңдоң аҫтын өҫкә килтерә ала. Шул уҡ һаулыҡ өсөн тип күтәрелгән «стопочка»ның башыңа етеүе бар, шикләнмә лә... Аҙмы ни, эсеп йөрөп үлгәнен дә белмәй ҡалғандар... Ҡылт итеп ошо анекдот иҫемә төштөсө... Эскелектең ниндәй ҡот осҡос хәлдәргә алып килгәнен күргән кеше булғанғамылыр, хатта йылмайҙырманы ла был юлы... Аҫта килтерелгән хатҡа яуабым ҡыҫҡа:
✔Сирен йәшергән үлгән.
✔Теләге бар – тирәк йығыр.
«Шул тиклем арыным. Ялҡтым. Тәүҙә мин проблемамды танырға теләмәнем. Аңғарғас инде, башҡалар белеп ҡалмаһын, тинем. Инде күптәр минең тормошомдоң шаһиты булғас, ҡул һелтәнем, хатта оялыу тойғоһо кисермәйемсе. Әсәйем, ирем һәм балаларым минең сирем менән көрәшеп ҡарай ҙа ул... Эйе, эскелегемде белгәндәрҙең барыһы ла мине, шашҡан, ти. Юҡ, улар асыҡтан-асыҡ күҙемә бәреп һелтәмәй был һүҙҙәрҙе... Бәлки, исмаһам, береһе булһа ла шулай ҡыланһа, «рәхәтләәнеп» күңелемдәге бар бысраҡты асып күрһәтер инем дә бит!
Мин кейәүҙәмен, ике балам бар, ҡәйнәм менән бергә беҙҙең ҙур йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Алкоголь йортобоҙҙа юҡ. Бер нисә йыл ҡунаҡтар килмәй беҙгә, беҙ ҙә һирәк йөрөйбөҙ.10 йылдан артыҡ эсәм. Тәүҙәрәк әҙерәк эсә инем, шикһеҙ.. Һуңғы дүрт йылда 3 – 4 көнлөк запойҙа булам. Ике йыл эшләмәйем, ҡәйнәмде ҡарайым, йәнәһе. Иремдең эше төшөмлө, аҡса етә. Әммә бар килем минән йәшерелә – ни өсөн икәне аңлашылалыр.
Ипләп кенә көнө буйы шарап һемереп йөрөй алам. Кәйефем күтәрелә, ризыҡ йүнәтеүе күңеллерәк, тормошом йәйғор һымаҡ балҡып китә. Һәм, аңлайһығыҙмы, йәшәйешем тик эскән сағымда ғына нурлана! Был экспериментты ныҡлап өс йылдай өйрәнәм. Минең бөтә нәмәм бар. Барыһы ла етә. Хатта ирем менән ҡәйнәмдең мине эскелектән араларға маташыуы ла миңә оҡшай. Юҡ, миңә ҡарата тауыш күтәрелмәй, әрләмәйҙәр, һүкмәйҙәр. Барыһы ла тыныс эшләнә. Улар йәшереп ҡуйған шараптарымды табып, йыйып ҡуя – мин туҡтаным тигән һүҙ. Әлбиттә, ҡәйнәм минең хәлемә ҡарап, бокалға ҡойоп бирә. Әммә был турала иремә өндәшмәйбеҙ.
Күңелле, шулаймы? Тик хәҙер миңә был «уйын» оҡшамай. Арыным. Ни өсөн эскәнемде аңлай алмауымдан йонсоном. Үҙемдең ни теләгәнемде, миңә нимә етмәгәнен аңламайым. Ярты йыл һайын шешә төбөнә төшмәһәм, шартлайым! Юҡҡа ғына сығырымдан сығам, ҡулыма эш бармай, күҙҙәремә бер матурлыҡ салынмай, бер нәмә лә ҡыуандырмай... Ирем, драконың башын ҡалҡыта башланы, эсмәйенсә тынысланмаҫһың инде, тип ҡул һелтәй... Карточкама тып итеп аҡса килеп төшә. Матур итеп өҫтәл әҙерләйем. Барыбыҙ ҙа ултырабыҙ, һыйланабыҙ. Һәм мин әкренләп сумам.... Эшемде эшләйем, йырлап-бейеп йөрөп атҡарам барыһын да, йөҙөмдән йылмайыу китмәй... Беләһегеҙме, аунап ятмайым, ҡолағансы эсмәйем мин – һәр хәлдә көндөҙ. Тик барыбер мин айныҡ түгел! Мин бит быны ғына аңларлыҡ хәлдәмен. Һуңғы запойҙан «сыҡҡанда» ныҡ ауыр булды. Йөрәгем туҡтар хәлгә етте. Һиҙәм, һаулығымды ҡаҡшаттым. Ысынлап та, үлеүем мең артыҡ, тип уйлағаным да булды....
«Башҡорт психологы Әлмира, аңлауымса, эскелектең ни икәнен үҙ елкәһендә татыған кеше кеүек күренә, битләүенә инеп ҡарап сыҡ», – тип ҡәйнәм әйтте һеҙҙең турала. Яҙмаларығыҙ миңә яҡын. Күңелемде «аҡтарыуы» һыҙландыра. Мин ошоға тиклем үҙем тураһында уйламағанымды аңланым. Теләктәремдең боғаҙына баҫып, башҡаларға яҡшы булып күренергә тырышыуым, үҙ тормошом менән йәшәмәүем, кеше һүҙенән, әренән ҡурҡыуым, атай-әсәйемдең көткәнен аҡламауым – барыһы ла йыйылған икән... Тыштан балҡып, эстән ҡалтырап йәшәү шулай икән, Әлмира. «Бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәҫ сер» (әллә башҡаса аталдымы икән ул) тигән хикәйәңде уҡығандан һуң фейк битләүҙән яҙып ултырыуым.
Тиҙҙән беҙҙең байрам. Алдағыһын күҙаллап булмай, тиһәң дә, тап ошо көндө мин айныҡ буласаҡмын. Үҙем өсөн. Хатым оҙон булды. Уҡығаның өсөн рәхмәт!»

Әлмира ИСХАҠОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: