Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Апрель 2022, 10:51

Һүҙ юҡ, бал файҙалы, әммә ...

Балдың шифаһы хаҡында борон замандарҙан билдәле. Бал хаҡында Ҡөрьәндә һәм Библияла ла әйтелә.

Һүҙ юҡ, бал файҙалы, әммә ...
Һүҙ юҡ, бал файҙалы, әммә ...

 Уның составында В1, В5, В6, В9, С, РР витаминдары,  йод, калий, кальций, марганец, фосфор, тимер, баҡыр, хлор кеүек  макро- һәм микроэлементтар бар.  Бал ни тиклем  ҡарараҡ төҫтә, шул тиклем составында тимер, баҡыр һәм марганец күберәк.  Бал организм тарафынан 100 процент үҙләштерелә.  Уның 100 грамы   80,3 г углеводтан, 0,8г аҡһымдан, 0 г майҙан тора. Фруктоза менән  глюкоза татлы тәм бирә.

Бер ҡалаҡ балда – 98,4, бер балғалаҡта – 29,5, 100 грамда 328 ккал.

 

Дауалау үҙенсәлектәре

Әленән-әле үткәрелеп торған  ғилми тикшеренеүҙәр ҙә балдың файҙалы үҙенсәлектәрен иҫбатлай. Уларға    ентекләберәк туҡталып үтәйек.

Ауырыуҙар эпидемияһы  ваҡытында бал  организмдың һаҡлаусы көсөн арттыра.  Бигерәк тә һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур.

Йөрәктәге етди патологик үҙгәрештәргә юл ҡуймай.  Составындағы глюкоза  һәм магний иҫәбенә ул йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай.   Глюкоза  тиҙ  таралып, йөрәк мускулдарына энергия бирә.  Бал  коронар ҡан тамырҙарын  киңәйтә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.  Ә даими рәүештә ҡулланғанда, мускулдарҙың тонусын күтәрә.

Бактерияларға һәм ялҡыныһыныуға ҡаршы  тороу көсөнә эйә.  Бал микробтарға ҡаршы көрәшә.  Ҡайһы бер төрҙәрен  –10 сәғәттә,  икенселәрен бер- ике тәүлектә юҡҡа сығара.

Бауырға, үт ҡыуығына ыңғай йоғонто яһай.

Бал  шәкәрҙе алмаштыра, әммә шул уҡ ваҡытта тештәрҙең эмаленә зыяны юҡ. Ауыҙ ҡыуышлығын бактерияларҙан таҙарта, шунлыҡтан кариес булмай.

Ул  ҡыҙамыҡ,  герпес кеүек ауырыуҙарҙы дауалауҙа уңышлы файҙаланыла.

 Антиоксидант ролен үтәй, организмды оксиндарҙан һәм тоҙҙарҙан таҙарта. Бынан тыш, ул кеше өсөн иң хәүефле булған радиация элементтарына ла ҡаршы тора.

Баланың нервы системаһын формалаштырыуға ярҙам итә. Ул нервы системааһын тынысландыра, арыуҙы бөтөрә, көсөргәнештән арынырға ярҙам итә.

Һөт менән ҡушып ҡулланғанда, йоҡоһоҙлоҡҡа һәм стрестарға ҡаршы көрәшә.

Баш мейеһе нейрондарын көйләп, хәтерҙе яҡшырта.

Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәртә,  эсәктәрҙең микрофлораһын  яҡшырта, моторикаһын көсәйтә.  Иртәнсәк  бер стакан һыуға бал бутап эскәндә,  аш эшкәртеү  органдарын «уятырға» ярҙам итеп, тотош көнгә энергия бирә.

Ололарға ла  балды йышыраҡ ашарға  тәҡдим ителә. Сөнки ул көс бирә, мейе күҙәнәктәренә тарҡалырға юл ҡуймай.

 Зыяны

Шифаһ күп булыуға ҡарамаҫтан,  уны ҡулланғанда бик һаҡ булырға кәрәк.  Мәҫәлән,  бауырҙа, үт ҡыуығында таш булғанда йә үт ҡыуығы булмаһа, бал ашауҙы сикләү талап ителә.

Инфаркттан һуң ашҡаҙан әселеге көслө булған кешеләргә лә  балдың зыянлы булыуы ихтимал.  Аллергетиктарға һәм һимеҙҙәргә лә  балды күпләп ашарға ярамай.   100 г балда 320 ккал булыуын онотмағыҙ.Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла бал ашау тыйыла.

Йөрәк ауырыуы менән сирләүселәргә балды эҫе сәйгә һалып эсеү  хәүефле: йөрәккә көс төшә.

Балды  йылытҡанда, эҫеткәндә  файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта.  60 градусҡа тиклем йылытҡанда унда организмда шештәр үҫеүенә йоғонто яһаусы  матдә барлыҡҡа килә.

Фото:Т.Аманов.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: