Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Апрель 2022, 18:14

«Йондоҙ» командаһы – еңеүсе

Республикабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә, шулай уҡ Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы Рәсәй хәрбиҙәрен хуплап футбол турниры үтте.

«Йондоҙ» командаһы – еңеүсе
«Йондоҙ» командаһы – еңеүсе

Ярышта барлығы 4 команда – «Шурави» футбол клубы составындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары (команда капитаны - Михаил Горбунов), «Ватан» футбол клубы составындағы республика башҡарма власть органдары вәкилдәре (капитан - Рөстәм Хәйҙәров), «Йондоҙ» футбол клубының хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәре (капитан - Наил Хафизов), «Z» йыйылма командаһы (капитан - Тимур Төхвәтуллин) көсөн һынаны. Спорт сараһын асыуҙа абруйлы ҡунаҡтар – Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров, «Өфө» футбол клубы президенты советнигы Марат Мәһәҙиев ҡатнашты.Иптәштәрсә осрашыуҙа бөтә футболсылар ҙа туп менән ҡулланыу оҫталығын һәм юғары команда рухын күрһәтте.

Урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урынды «Йондоҙ» командаһы яуланы, икенсе урында – «Z», өсөнсө урында – «Ватан», дүртенсе урында – «Шурави».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, турнирҙың инициаторы – Р. А. Баталова исемендәге «Башҡортостан Республикаһының спорт әҙерлеге үҙәге» дәүләт автономиялы учреждениеһы юрисконсульты, «Z» командаһы капитаны Тимур Төхвәтуллин, ойоштороусылар - Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге һәм фитнес селтәре булышлығында БР Спорт министрлығы, БР Футбол федерацияһы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: