Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Март 2022, 19:36

Бауырҙы дауалайбыҙ

Һары мәтрүшкә төнәтмәһе гепатиттан һуң бауырҙың эшмәкәрлеген көйләргә һәм башҡа ауырыуҙарҙан дауаларға ярҙам итә.

Бауырҙы дауалайбыҙ
Бауырҙы дауалайбыҙ

 

  Бының өсөн 100 г  ваҡлап, быяла банкаға һалырға һәм өҫтөнә 1 л кагор ҡойоп, ҡапҡасын ябып, 2 – 3 сәғәткә  ныҡ эҫе һыулы кәстрүлгә төшөрөргә. Әммә ҡайнатырға ярамай. Һуңынан банканы 10 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға һәм  һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡларға.

Яҙ башында, организм хәлһеҙләнгән осорҙа  көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы  – ике аҙна. Иң мөһиме – сифатлы кагор ҡулланырға һәм артыҡ күп мауығырға ярамай. Сөнки һары мәтрүшкәне саманан тыш күп ҡулланғанда  ҡан баҫымы күтәрелә.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: