Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Март 2022, 20:52

Радий Хәбиров: "Өфө хосписының уникаль проекты менән бүлешергә әҙербеҙ"

17 мартта Башҡортостан Башлығы   Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһындағы иң мөһим төҙөлөштәрҙең береһе – дауалап булмай торған ауырыуҙар менән сирләүсе балаларға һәм ололарға паллиатив ярҙам күрһәтеү хосписында булды.

Радий Хәбиров: "Өфө хосписының уникаль проекты менән бүлешергә әҙербеҙ"
Радий Хәбиров: "Өфө хосписының уникаль проекты менән бүлешергә әҙербеҙ"

 

  Ул Өфө ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә төҙөлә.  Бинаның дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр.  

 «Башгражданстрой» тресының генераль директоры Марат Әхмәҙуллин һөйләүенсә,  төҙөүселәр эштең яртыһынан күбеһен башҡарған.   Хәҙер эске биҙәү эштәренә тотоналар. Төҙөлөш-монтаж эштәре (ҡорамалдар һатып алыу менән бергә) 517, 7 млн һумға төшкән. Өфө хосписы төҙөлөшөнөң дөйөм суммаһы 1 млрд һумға баһалана.

 Дауахана 60 урынға иҫәпләнгән, шуның 20-һе – балаларға. Ата-әсәләр һәм туғандары өсөн  айырым ҡунаҡ бүлмәләре  ҡаралған. Проектҡа ярашлы, һәр палатаның урамға айырым сығыу урыны була. Учреждение биләмәһендә  балаларға ял итеү  һәм саф һауала йөрөү өсөн айырым майҙандар булдырыла.

 Өфө ҡалаһы инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов билдәләүенсә, был йортта кеше һуңғы көндәрен ауыртыныуҙан ҡурҡмай, яҡындары менән аралашып үткәрә алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла.  

 Радий Хәбиров биҙәү материалдарының өлгөләрен ҡарап,  бында тик сифатлы материалдар һәм иң яҡшы ҡорамалдар ғына ҡулланылырға тейешлегенә баҫым яһаны.

 – Беҙҙә   уникаль проект буйынса төҙөлгән матур һәм заманса хоспис буласаҡ. Рәсәйҙә әлегә ул берәү генә.   Был проект менән башҡа төбәктәр менән  бүлешергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. –  Бында ҡаты ауырыусы  балалар һәм ололар өсөн  бөтә шарттар булдырыласаҡ.  Уларҙы иғтибар һәм йылылыҡ менән уратып аласаҡтар.  Хосписҡа кешеләр бик ауыр хәлдә килә.  Кемдәргәлер ул иң һуңғы йәшәү урыны булыуы мөмкин.   Сирле балаларынан бер минутҡа ла айырыла алмаған әсәләр өсөн балаларын белгестәр  ҡарамағында ҡалдырып, бер аҙ ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.     Был объектҡа бөтә күңелен биреп эшләүсе төҙөүселәргә һәм төҙөлөш өсөн аҡса күсереүсе кешеләргә оло рәхмәтемде белдерәм. 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: