Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Февраль 2022, 07:00

Яҙмышың үҙ ҡулыңда – ғәйеплене эҙләмә

"Мин былтыр 40 йәшемдә кейәүгә сыҡтым.

Иремдең дә йәше шулай уҡ. Электән бер-беребеҙҙе белһәк тә, яҡындан аралашҡаныбыҙ булманы. Тыныс, ипле кеше күренгәс, үҙем "тәҡдим" яһаным, тиһәм дә була. Ә беләһегеҙме, ул ниндәй алама кеше булып сыҡты? Мине аңламай. Миңә ярҙам итмәй. Мине тыңламай. Мине ишетмәй. Минең өсөн үҙгәрергә теләмәй. Берәй ҡунаҡҡа, кафеға барайыҡ тиһәм,  ҡырҡа ҡаршы, имеш, ул вахтанан арып, казенный ри­зыҡтан "ғарҡ" булғансы туйып ҡайт­ҡан. Ҡунаҡтарға яңғыҙ йөрөр өсөн иргә сыҡҡанмы мин? Тыңламағас, мин дә уға ашарына йүнәтмәйем, керҙәрен йыумайым, иғтибар бирмәйем. Күберәк ваҡытымды эшемдә үткәрәм, һалҡынлығы менән ныҡ үпкәләтә. Ышанаһығыҙмы, ул минән күпме күҙ йәше түктерҙе? Ошо йәшемә еткәнсе бер ваҡытта ла улай илағаным юҡ ине! Иремде нисек үҙгәртергә икән? Минең өсөн өҙөлөп, минең өсөн тауҙар аҡтарырға әҙер кеше менән йәшәгем килә лә ул. Мин быға лайыҡмын, тип ышанам.
Дилә”.

И-и-и-и, Диләкәйем, мин дә үҙемде бассейнлы, ике ҡатлы хәтәр йортта йәшәргә, иҫ китмәле машинала йө­рөр­гә, йәш һөйәрле булырға лайыҡлымын, тип уйлайым! Һәм ошоларҙың барыһы ла мотлаҡ Парижда ғына булһа, ризамын. Эйе-е-е, башҡа илдән, башҡа ерҙән был нәмәләрҙе тәҡдим дә итмәһендәр! Сөнки минең “лайығыма” улар тап килмәй! Күрәһеңме, мин дә һинең кеүек күҙем тонғансы әллә нәмәләр теләп, булмағанды булдырам, тип талап итә беләм. Ғөмүмән, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, юҡ ерҙә проблема тыуҙырырға оҫтабыҙ. Бына һинең ситуацияны ентекләп тикшерәйек әле:

  1. Һәйбәтләп белмәгән кешегә ни өсөндөр “тәҡдим” яһағанһың.
  2. Ни өсөндөр уны үҙгәртергә ке­решкәнһең.
  3. Ни өсөндөр унан нимәләрҙер талап итәһең.
  4. Ни өсөндөр ул һинең ыңғайыңа ғына йөрөргә тейеш, тип уйлайһың.
  5. Ни өсөндөр нимәгәлер лайыҡ­лымын, тип уйлап сығарғанһың.
  6. Ни өсөндөр үпкәләп, йәш түгәһең.

Әгәр ҙә ошо һорауҙарға ихлас ҡына яуап бирә алһаң, бәлки, үҙеңдең ситуацияңа күҙең асылыр. Һин я-р-а-т-м-а-й-һ-ы-ң уны бөтөнләй ҙә – һәр бер һөйләмеңдә иреңә булған мөнәсәбәтең ярылып ята. Шулай уҡ һин үҙеңде лә яратмайһың. Сөнки үҙен ҡәҙерләгән кеше “йәшем үтеп бара”, “кеше нимә тиер” тиеп алабарланмай. “Сәпсим бер кемгә лә кәрәкмәгән кеше түгелмен әле, ирем насар булып сыҡты, шуға айырылдым”, – тип әйтер өсөн ҡыялаһыңмы? Икенсенән, Дилә, ҡайҙа уҡының ул ирҙе күҙ йәштәре ағыҙып, ирен бүлтәйтеп кенә “өйрәтеп” була, тип? Психологияла был шантаж һәм манипуляция тип атала. Кәйефеңде төшөргөм килмәй, әммә егетең дә бит бәпес түгел, 40 йәшенә тиклем тупланған үҙ тәжрибәһе бар. Уның да тормошҡа ашыраһы үҙ теләктәре һәм хыялдары барҙыр бит? Был һине ҡыҙыҡһындырмай, күрәһең... “Мин теләйем, миңә кәрәк, мин... мин”... Ә ғаиләлә “беҙ” тип һөйләйҙәр шикелле? Тормошта үҙеңде үҙгәртеүе бик ауыр, килешәһеңме? Ә һин ир уртаһына еткәнсе ҡатын алмаған кешене “үҙ­гәртеп”, үҙеңә оҡшағанса “тәрбиә­ләргә” керешкәнһең. Тел төбөңдән аңлауымса, был тырышлығың бик үк уңышлы түгел.

Иремде вахтанан тыным менән тартып алырҙай булып көтөр инем. Мунса, ҙур бәлеш – ҡайтыуына ул яратҡан ризыҡтар менән өҫтәл тултырам. Һөйләшеп хәбәребеҙ бөтмәй, йөҙө­бөҙҙән йылмайыу китмәҫ ине... Яратҡан кешеңдең һинең яныңда булыуы – бәхет. Һин унан бер нәмә лә көтмәйһең, талап та итмәйһең. Тик ошо кеше тап ошо мәлдә яныңда ултырғанына сикһеҙ шатһың. Һинең бар тырышлығың – һөйгәнеңә еңеллек килтереү, уны ҡыуандырыу. Һиңә уның йылмайыуы, еҫе, атлап китеүе, ипле генә итеп көлөүе – барыһы ла шул тиклем яҡын, шул тиклем ҡәҙерле... Нимә алып, нимә ҡуйырға белмәй китәһең. Ә ул быны һиҙә, күрә, шуға һине лә ҡәҙерләй, аралай...

Ошолайтып, йәшәйештең тәмен татып, ләззәтләнеп йәшәгең кил­мәйме, Дилә? Барыһы ла һинең ҡулыңда, һылыу. Бәхетле бул!

 

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: