Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Февраль 2022, 15:00

Йыш иҫнәүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай

Йыш ҡына иҫнәү етди ауырыуҙың билдәһе булыуы ихтимал.  

Йыш иҫнәүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай
Йыш иҫнәүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай

Кардиолог Римма Мойсенко әйтеүенсә, иҫнәү гипоксия һәм баш мейеһе структураларында кислородтың етерлек булмауын билдәләй. Әлбиттә, кеше йоҡоһо туймаһа ла иҫнәргә мөмкин, ләкин даими иҫнәү организмдағы проблемалар хаҡында иҫкәртә.

Бындай билдә ҡан тамыры көбөнөң зарарланыуы, витаминдар һәм микроэлементтар етешмәүе, ҡан тамырҙары көбөнөң хроник спазмы, капилляр ҡан әйләнешенең етмәүе хаҡында һөйләргә мөмкин. Йыш иҫнәүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, белгескә мөрәжәғәт итеп, сәбәптәрен асыҡларға кәрәк.

Оҙаҡ ҡына һуҙһаң һәм насар торошҡа иғтибар итмәһәң, етди ауырыу башланған ваҡытын күҙ уңынан ысҡындырырға мөмкин. Был иһә инсульт һәм инфарктҡа килтереүе бар. Иҫнәүҙән тыш, башҡа факторҙар ҙа була: тиҙ арыу, хәлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ, эшкә һәләтлелек боҙолоуы. Былар барыһы ла баш мейеһе гипоксияһы хаҡында һөйләй. Кардиолог коронавирус менән ауырыған кешеләргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итте, сөнки был сир йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына насар тәьҫир итә.

 

 

Фото: Т. Аманов.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: