Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Февраль 2022, 17:00

Ябай ғына кәңәштәр иммун системаһын нығытырға ярҙам итәсәк

Яҙҙы һау-сәләмәт һәм етерлек көс менән ҡаршылау өсөн ҡышҡыһын уҡ иммунитетыңды ҡайғыртырға кәрәк. Бының өсөн диетологтар туңдырылған емештәрҙән коктейль эшләргә тәҡдим итә.

Ябай ғына кәңәштәр иммун системаһын нығытырға ярҙам итәсәк
Ябай ғына кәңәштәр иммун системаһын нығытырға ярҙам итәсәк

Эсемлек ябай һәм тиҙ әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта уның составында бик күп файҙалы микроэлементтар бар. Блендерҙа ер еләге, ҡарағат һәм сейәне иҙеү ҙә етә. Әгәр емеш-еләк дөрөҫ туңдырылған икән, ул саҡта файҙалы үҙенсәлектәр юғалмай. Иҙелгән емеш-еләктәргә йогурт өҫтәргә мөмкин.

Бынан тыш, һыуыҡ миҙгелдә организм А витаминына ныҡ мохтаж. Уға ҡытлыҡ кисергәндә иммунитет көсһөҙләнә, был коронавирус менән сирләгәндә айырыуса хәүефле. Шуға диетолог Ирина Дядикова туҡланыу рационына кишер, салат, бауыр, сыр индерергә кәңәш бирә. Был ябай ғына кәңәштәр организмды яҙға әҙерләргә һәм вирустар таралған осорҙа иммун системаһын һаҡларға ярҙам итәсәк.

 

Фото: https://day.ru/vitaminnyy-napitok-dietolog-podelilas-receptom-kokteylya-dlya-zdorovya_id19223_a14819_a2?external_browser_redirect=true.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: