Тәмәкенән нисек ҡотолорға?
Һеҙ тәмәкене ташлай алаһығыҙ. Бирелгән 11 пунктты иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм шул тәртиптә үтәй башлағыҙ.
- Тәмәкенән ныҡлы ҡотолорға ҡарар итегеҙ. Һуңғыһын тартасаҡ көндө һәм ваҡытты билдәләгеҙ. Уны ҡағыҙға теркәп ҡуйығыҙ.
- Тәүлегенә һигеҙ сәғәт йоҡлауҙы, көнөнә һигеҙ стакан һыу эсеүҙе, мөмкинлек сыҡҡан һайын йүгереүҙе ҡағиҙә итеп алығыҙ.
- Үҙегеҙҙе тартмаусы кеше итеп күҙ алдына килтерегеҙ. Уның өҫтөнлөктәре хаҡында уйлағыҙ. «Миңә тәмәке тартмау нығыраҡ оҡшай», – тип үҙегеҙгә үҙегеҙ ҡабатлағыҙ.
- Был зарарлы ғәҙәттән ҡотолоуығыҙға ныҡ ышанығыҙ һәм һеҙ, ысынлап та, ҡотоласаҡһығыҙ.
- Тартмаған кешеләрҙе күҙәтегеҙ. Һеҙҙе тәмәке тоҡандырырға мәжбүр иткән хәлдәрҙә улар үҙҙәрен нисек тота, нервы көсөргәнешлеген, уңайһыҙланыуын нисек еңә? Шул өлгөгә эйәрегеҙ.
- Тәмәке тартыу тойғоһо уянмаһын өсөн башкөллө ҙур физик эш менән булышығыҙ.
- Тәүге ике көндә сәй, ҡәһүә эсеүҙән, майлы ризыҡтар ашауҙан тыйылып тороғоҙ. Күберәк һут, һыу, һөт эсергә, йәшелсә-емеш ашарға тырышығыҙ.
- Ялығыҙҙы дөрөҫ ойоштороғоҙ. Һәйбәт ял стрестарҙы тәмәкегә ҡарағанда яҡшыраҡ еңә.
- Фекерҙән эш тыуа. Тартыу тураһындағы уйҙар башығыҙға ла килмәһен! Үҙегеҙҙе тәмәкеһеҙ тормош өҫтөнлөктәренә ышандырығыҙ.
- «Тәмәке быҫҡытып алыу» теләген еңә алмаһағыҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Яңғыҙ ғына көрәшмәгеҙ, яҡындарығыҙҙың ярҙамын һорағыҙ. Маҡсатығыҙға ирешәсәгегеҙгә шикләнмәгеҙ.
- Үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ. Һеҙ хәҙер бөтөнләй икенсе кеше, тормошоғоҙҙоң үҙенә күрә бер төрлө мәғәнәһе бар. Тәмәке ҡоло түгел, ә башҡалар өсөн – насар ғәҙәттән көслө ихтыяр менән ҡотола алыусы кеше үрнәк.