Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Февраль 2022, 08:20

Оҙаҡ йәшәү сере

Американың Гавайи штатынан 102 йәшлек Джеймс Чоу көн дә тренажерҙарҙа шөғөлләнә. Ул оҙаҡ йәшәү сере менән бүлешкән.

Оҙаҡ йәшәү сере
Оҙаҡ йәшәү сере

Джеймс Чоу спорт залына даими йөрөй, ә өйҙә тай-чи (ушу төрҙәренең береһе), шулай уҡ ирекле ауырлыҡтағы күнекмәләр менән шөғөлләнә. Спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш,  үҙенең ауырлығына иғтибар итеү ҙә оҙаҡ йәшәүенең сере, тип иҫәпләй.

Оҙаҡ йәшәүселә диабет һәм һимереүгә әүәҫлек асыҡланған, ләкин ул барыһын да  дөрөҫ туҡланыу ярҙамында күҙәтеүҙә тота икән.

 – Мин ауырлығымды  51 килограмдан арттырырға тырышмайым. Ауырлығым артыҡ  икән, аҙ ғына ашайым, – тип белдергән ул.

Шулай уҡ Джеймс  аҡыл әүҙемлеген дә һаҡларға кәрәк, ти. Ул 100 йәшкә тиклем үҙенең һалымдарын иҫәпләп сығарып,  декларацияны үҙе тултырған. Тормошҡа ыңғай ҡараш та – сәләмәтлек нигеҙе, ти ул.

 

 

Фото: https://profile.ru/news/society/amerikanec-dozhil-do-102-let-i-raskryl-sekret-dolgoletiya-1009091/

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: