Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ғинуар 2022, 11:16

Республикабыҙҙа прививка яһатҡан уҡыусыларға бер көн ял биреләсәк

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән мәктәп уҡыусыларын кәмендә бер көнгә дәрестән азат итәләр.

Республикабыҙҙа прививка яһатҡан уҡыусыларға бер көн ял биреләсәк
Республикабыҙҙа прививка яһатҡан уҡыусыларға бер көн ял биреләсәк

Был хаҡта инфекцияның таралыуы буйынса брифингта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш педиатры Людмила Семавина һөйләне. Спикер билдәләүенсә, вакцинация көнөндә уҡыусы дәрестәрҙе ҡалдыра ала. Табиптар үҫмергә тейешле белешмә бирәсәк.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 12 – 17 йәшлек 500-гә яҡын кешегә прививка яһалған. Вакцина мәктәп уҡыусыларының һәм ата-әсәләрҙең теләге менән яһала.

 

Фото: https://newsbash.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в