Сәйҙе шәкәр менән эсергә ғәҙәтләнгән кешеләр унан баш тартҡанда көслө дискомфорт менән осрашыуы ихтимал, тип белдерҙе табип-диетолог Анна Мелихина. Баҡһаң, был шәкәрҙә углеводтарҙың күп булыуы менән бәйле икән. Улар организмдың төп сығанағы булып тора. Әгәр ҙә беҙ уларҙың һанын ҡырҡа кәметһәк, организм ҡәнәғәтһеҙ ҡала. Шуға күрә шәкәрҙән баш тартыр алдынан иң тәүҙә организмды углеводтар менән байытырға кәрәк, ти белгес. Был йәһәттән икмәк, макарон, дөгө һәм картуф менән һыйланырға кәңәш ителә.