Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ғинуар 2022, 08:49

Кәйефең күтәрелһен тиһәң, көн һайын банан аша

Кәйефегеҙ нисек, дуҫтар? Бер аҙ күңелһеҙләнеп торһағыҙ, эш көнөгөҙҙө банан ашауҙан башлағыҙ.

Кәйефең күтәрелһен тиһәң, көн һайын банан аша
Кәйефең күтәрелһен тиһәң, көн һайын банан аша

Ғалимдар банандың составында триптофандың күп булыуын асыҡлаған. Тап ул организмға эләккәс, сератонинға – бәхет гормонына әйләнә. Ә сератонин үҙ йәһәтендә кәйефте күтәрә, йоҡоно яҡшырта, нервы системаһын нормалләштерә, ҡыҫҡаһы, беҙҙең хәл-торошобоҙға һәм хәл-әхүәлебеҙгә ыңғай йоғонто яһай. Шуғалыр ҙа күп илдәрҙә бананды «бәхет емеше» , тиҙәр.

Банан һәр организм өсөн талап ителгән калий менән магнийға бай. Бер ҙур булмаған емештә 400 миллиграмм калий һәм 32 миллиграмм магний бар. Бананда флавоноидтар булыуы ла иммун системаһына ыңғай тәьҫир итә, вирустарға ҡаршы тороусанлыҡты көсәйтә.

Файҙалы булһа ла артыҡ күп ашарға ла ҡушылмай. Көнөнә 1-2 банан менән һыйланыу ҙа етә.

 

 

 

Фото: dkcr-banana.png - Просмотр картинки - Хостинг картинок, изображений и фотоальбомов (hostingkartinok.com).

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: