Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ғинуар 2022, 08:34

Балаларға вакцина яһатыу ирекле

«Прививка һалдырмаған балаларҙы бер кем дә уҡыуҙан ҡыумаясаҡ.

Балаларға вакцина яһатыу ирекле
Балаларға вакцина яһатыу ирекле

Бының өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Әлеге көндә һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса республикабыҙҙа коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина һалдырырға теләүсе уҡыусылар һаны  буйынса мониторинг алып барыла. Тик ҡабатлап үтәбеҙ, прививка фәҡәт теләк буйынса ғына", – тип аңлатып үтте республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, «Спутник М» тип исемләнгән балалар вакцинаһы Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан үткән йылдың 24 ноябрендә теркәлгәйне. Препарат ике компоненттан тора. 15 йәшкә тиклемге балаларға прививка ата-әсәләрҙең йәки бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәренең ризалығы, балаға 15 йәш тулһа, уның үҙ ризалығы менән башҡарыла.

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: