Диетолог Анна Коновалова әйтеүенсә, ҡыш көндәрендә бигерәк тә уларҙы ҡулланыу мөһим. Ул иң беренсе балыҡҡа иғтибар бирергә ҡуша.
– Был – тулы аҡһым сығанағы. Аҙнаһына 110 –140 грамдан 2-3 порция ашарға тәҡдим ителә. Шуларҙың бер порцияһы майлы балыҡ булһа, айырыуса һәйбәт, – ти белгес.
Балыҡтан тыш, йәшелсә-емештәр ҙә ашау зарур. Ни тиһәң дә, улар – витаминдар сығанағы, микроэлементтар, күҙәнәклектәргә бик бай.
– Туҡланыу рационына майлы кислоталарға һәм микроэлементтарға бай сәтләүек, орлоҡтар ҙа индерегеҙ. Был юғары калориялы аҙыҡтарҙы көнөнә 20-30 грамм ашау ҙа етә, – ти диетолог.
Фото: http://vsudu-sport.ru/pitanie/poleznye-produkty/produkty-dlya-mozga.