Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Декабрь 2021, 07:00

Бәхетле булғың килһә, бул!

“Бәйләнештә” селтәрендә һө­йөү тарихтарын йыйыуым тураһында хәбәр иткәс, ҡыҙ­ҙарҙан, ниндәй конкурс, ниндәй форматта, ниндәй төркөмдә, урындар буламы, тип ҡыҙыҡ­һынған хаттар яуа башланы. Юҡ, тигән яуап алғас, үҙ тарихтарын бушлай таратмаҫҡа булғандар­ҙыр – башҡаса яҙып йонсоманылар.

Шулай ҙа күңел түрендә һаҡлаған серҙәре менән бер нисә кеше бүлеште. Рәхмәт уларға! Гәзит уҡыусым, бәйән ителгән­дәрҙең бөтәһе лә тиерлек ғазаплы-аҙаплы мөнәсәбәттәр булғанын аңлайһыңдыр. Тик бер генә хаттың авторы һалҡын аҡыл менән эш итә алған – урта йәштәрҙәге ҡатын биш йыл өҙгөләнеп яратҡан кешеһенән комфорт һәм күңел тыныслығы биргән ир хаҡына баш тартҡан. Һинең иғтибарға ике ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация: тәүгеһендә ҡатын төп иғтибарҙы үҙенең күңел кисерештәренә йүнәлтһә, икенсеһендә – бөтә һорау ҙа “тышҡа” (на внешние обстоятельства) бирелгән.

“Ул ваҡыттағы илауҙарым иҫемә төшһә, хәҙер ирем менән рәхәтләнеп көләбеҙ. Белмәйем, нисектер, әммә мин шул ваҡытта уҡ үҙемдең күңел кисереш­тәремде, “йән һөйгәнем”дең ҡайһы бер ҡылыҡтарын анализлай алыуыма һөйөнөп бөтә алмайым. Шикһеҙ, тормош тәжри­бәм дә ярҙам итте был һайлауҙа, ни тиһәң дә, ошоға тиклем тәүге иремдән айырылғайным. Ҡай­нар хистәрҙән – улар бит бары эмоциялар, саҡ ҡына сит­ләшкәндә, “алһыу күҙлек”­тән ҡотолаһың ул, тип әйткем килә йәштәргә. Ҡатын кеше нескә күңелле, һәм өҙөлөп һөйгән кешеһенең яратмауы уны әсе ғазаптарға дусар итә. Тағы ла, ир кеше һиңә ҡарата битараф икән, сәсең менән иҙән һеперһәң дә, оҡшамаясаҡһың. Шуға бындай мөнәсәбәттәрҙе башланғысында уҡ юҡҡа сығарыу мөһим. Ир кеше яратһын ул һине! Ә яратҡан ир ҡатынын ҡәҙерләй белә: түшәккә ҡәһүәһе лә, сәскәләр ҙә, бүләктәр ҙә... Ә иң мөһиме – ул һинең ҡулыңды бер ҡасан да, ниндәй генә сәбәп булһа ла, ысҡындырмай! Ирем­дең мөхәббәт тулы ҡарашын күреү  минең өсөн бәхеттең етенсе ҡаты ла инде. Бер ҡасан да был турала бүлешкәнем бул­мағайны, уңайлы ваҡытты көткәнмендер, ахыры. Ҡыҙҙарға әйткем килә: яратҡан кешегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Уның янында һеҙ ниҙәр кисерәһегеҙ, күңелегеҙҙе тыңлағыҙ. Үҙеңде ишетеп өйрәнһәң, кеше кәңә­шенә мохтаж түгелһең. Рәхмәт, русса яҙғаным өсөн кисерә күр, башҡорт психологы Әлмира”.

“Миңә 27 йәш. Инде ете йыл һөйөү ялҡынында янам. Янабыҙ, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Бер-беребеҙҙе бала саҡтан уҡ беләбеҙ, сөнки беҙ – ут күр­шеләрбеҙ. Ғүмере буйы үҙ-ара бик матур аралашҡан атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең мөхәббәтте ишетеү менән ҡырҡа үҙгәрҙе. Ҡапыл егетемдең ата-әсәһенә мин һәм туғандарым насар булды ла ҡуйҙы. Уға был мөнәсәбәттәрҙе туҡтатырға ҡушылды, ми­нең менән аралашыу ҡәтғи тыйылды. Аптырағас, алйығас, егетем ҡырға эшкә сығып китте. Шулай ҙа хәбәрләшеүебеҙ бер генә көнгә лә туҡтаманы, һөйөүебеҙ усағы дөрләүен дауам итте. Ул ике йылдан ҡайтҡас, яңынан атай-әсәйҙәребеҙҙән фатиха һорап мөрәжәғәт иттек. Был юлы минекеләр ҡаршы төштө. Хатта әсәйем туй үткәреүҙән баш тартты. Әллә күпме ғәйбәт, бысраҡ һүҙ ишеттек, янауҙар, әрләшеүҙәр булып бөттө – ҡот осҡос! Ололар бер-береһенә хәбәр ебәрә торғас, дошманлашып ҡуйҙы. Инде нисәнсе йыл егетем менән ошо ғазап эсендә йәшәйбеҙ. Әлбиттә, ташлашып та ҡараныҡ. Тик уны бер кем менән дә бүлешкем килмәй! Кемделер оҙатҡанын ишетеү ҙә ныҡ тетрәндерҙе, хатта тамаҡтан яҙҙым. Яратам мин уны, ул – мине. Әлеге ваҡытта икебеҙ ҙә яңғыҙ. Икебеҙ ике яҡта. Йыш ҡына аралашабыҙ, һөйләшәбеҙ, серҙәребеҙ менән бүлешәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт бергәләп ҡырға сығып китергә лә уйлайбыҙ. Әммә... Атай-әсәйҙәрҙең фати­хаһынан башҡа нисек йәшәргә? Ни өсөн улар беҙҙең тормо­шобоҙға ҡыҫыла? Беҙҙе бәхетһеҙ итеү уларға ни бирә? Ни өсөн улар беҙҙе ишетмәй? Ниңә тормош шулай ғазаплы? Беҙгә нимә эшләргә?”.

Тәүге хат икенсеһенә яуап һымаҡ, килешәһеңме? Тормош тәжрибәһе туплаған, үҙ йәшә­йешен, үҙенең кисерештәрен анализлай белгән ҡатын ул. Күптән таныш булһаҡ та, мөхәббәт тарихын тәүгә ише­теүем. Ҡоро ғына һүҙҙәр артында ниндәйерәк даръя ҡайнағандыр күңелендә – үҙе генә белә. Бер нәмәне генә һыҙыҡ аҫтына алғым килә – бөтә һорауҙарҙы иң беренсе нәүбәттә үҙеңә биреп өйрәнеү тик һинең файҙаға. Тәүҙә   уйла, һуңынан ғына эшлә, шулай бит?

Икенсе хатты уҡып, бер көлдөм, бер көйҙөм. “Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та бер-берегеҙҙе ярат­һағыҙ, күп­тән бергә булыр инегеҙ. Үҙегеҙҙе түгел, ошо ғазап тойғоларын яратаһығыҙ”, – булды яуабым. Һәм мин, нисәнсе тапҡыр инде, тағы ла инандым – бәхетһеҙҙәр бәхетһеҙҙәрҙе тәр­биәләй. Әл­биттә, был сылбырҙы өҙөргә була. Бының өсөн теләк һәм рухи көс кәрәк. Үҙегеҙҙең ни телә­гәнегеҙҙе аңлау мөһим. Һорау­ҙарҙы башҡаларға түгел, үҙегеҙгә биреп өйрәнегеҙ. “Ни өсөн бер тапҡыр ғына бирелгән ғүме­ремде кемдер әйткәнсә, уның сценарийы буйынса йә­шәргә тейешмен?” – бына ошо төп һорауға яуапты тик үҙе­геҙҙән эҙләп өйрәнегеҙ. Был еңел түгел, әммә мөмкин. Шулай уҡ үҙемдең ярҙамымды ла тәҡдим итәм – селтәрҙә бит­ләүем һәр ваҡыт асыҡ.

 

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: