Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Декабрь 2021, 07:00

Айыҡ аҡыл менән фекерләһәң, яңылышмаҫһың

Миңә 28 йәш. Ике йыл ғаиләле ир менән осрашам. Яратам. Ошо арала бала тураһында уйлайым. Уға был турала әйткәйнем – ҡырҡа ҡаршы.

 “Был уйыңды башыңдан алып ташлаһаң ғына артабан осрашасаҡбыҙ!” – тигән шарт ҡуйҙы. Шулай ҙа ошо хыял “идея фикс”ҡа әйләнде, ахыры, барыбер үҙемсә эшләйәсәкмен, мин был үҙгәрешкә әҙермен.

Яҙыуымдың сәбәбе – күптән һеҙҙең менән онлайн танышмын, “Йәшлек”тә лә, бында, Инстаграмда ла, ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Фекерҙәрегеҙҙең кү­ңел­гә ятҡандары күп. Шуға ла тик һеҙҙән генә һорарға булдым:  бәләкәс ҡыҙығыҙҙың атаһы менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе нисек һаҡлап алып ҡалдығыҙ? Бала тураһында ишеткәс, нимә тине? Ҡыҙы барлығын ғаиләһе беләме? Һеҙгә ярҙам итәме? Һәм тағы ла – ҡыҙығыҙ атаһы тураһында ниҙәр белә, уны таптырмаймы? Кеше һүҙенән, ғәйбәттән нисек һаҡланырға? Туғандар менән дә мөнәсәбәт боҙолоуы бармы? Уф, ғәфү итегеҙ, һорауҙарым шул тиклем күп, тик бындай хәлдә ҡалған ҡыҙҙарҙың бер мин генә түгел икәнен дә иҫтә тотһаҡ, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ, бәлки, ярҙам итер ине, тим дә. Зинһар, аноним.Ә миңә 40 йәш ине ауырға ҡалғанда. Һәм йәшемде тәүге  һөйләмдә үк күрһәтеүем апайың­дың ҡырҡ йыллыҡ тормош тәжрибәһе булыуы тураһында иҫкәртә. Был йәштә һинең бөтә нәмәң бар – эшең, йортоң, ма­шинаң, үҙ тормошо менән йәшәгән балаң, абруйың һ.б., һ.б... Йәшәү шул тиклем рәхәт, карьераң үрләй, яратҡан кешең яныңда, дуҫтар, әхирәттәр – рәхәтләнеп ошолай ғына йәшә лә йәшә икән! Шул тиклем ҡәнәғәт булып, ләззәтләнеп, иркәләнеп, наҙланып, бер ни тураһында борсолмай донъя көткәнемдә ауырлы икәнемде белеү шаң­ҡытты. Һүҙ ҙә юҡ, енси мө­нәсәбәттәрҙән бала тыуыу ихтималлығын белә инек. Әммә минең 20 йыл буйы “икенсел түлһеҙлек” тигән диагнозымды иҫәпкә алғанда... Һин ни генә тиһәң дә, ҡатын-ҡыҙ ғына яуап­лы был хәлдә – йә ҡалдыраһың, йә алдыраһың! Мин беренсеһен һайланым. Бынан һуң йәремә: “Яуаплылыҡ миндә. Беҙ таныш­ҡанда уҡ һин башҡаныҡы инең. Барыһын да үҙең беләһең: бала табыу ике ятып бер төшөмә инмәне. Шуға күрә лә, йәнем, һиңә ҙур рәхмәт, иреклеһең, борсомаҫмын”, – тинем. Ниҙер әйтергә тип асҡан ауыҙын тиҙ генә: “Шул тиклем башым ҡат­ҡан мәл, зинһар, бер нәмә лә тип өндәшмә”, – тип яба һалдым.

“Яңылыҡ” менән әхирәттәрем­дән башҡа тағы ла кемдер менән бүлешеү урынһыҙ ине, шуға күрә “ай ҙурайһа – беленер” тинек. Икенсенән, баланы һаҡлап алып ҡалыу өсөн һаулығымдың самалы булыуы асыҡланды.

Кеше һүҙе... Йәмғиәт фекере­нән ҡурҡһаң, бер ҡасан да үҙең теләгәнсә йәшәмәйәсәкһең. Ирһеҙ бала табырға булғас,  миңә башҡа­ларҙың фекеренә төкө­рөргә тура килде. Был процесс – ә ул бер көнлөк эш түгел – күңелемдә алдан уҡ башлан­ғайны, тыуасаҡ бала уны тиҙләтте генә. Кеше күңеле белгесе булыуым, был юҫыҡта бер туҡтауһыҙ эҙләнеүем дә ныҡ ярҙам итте – кешеләрҙең ни өсөн тегеләй йәиһә былай ҡыланға­нын аңлайым.

Финанс яғынан тотороҡлоҡ мөһим – хәҙерге заманда бала бағыу ҡиммәткә төшә. Оло ҡыҙымдың был ваҡытта, университет тамамлап, эшкә урынлашып йөрөгәне лә иҫәпкә алынды, шикһеҙ.

Яуаплылыҡты тик үҙ өҫтөмә генә алыу, ир кешегә бер ниндәй ҙә дәғүәм булмауы күңел төшөн­көлөгөнән араланы. Бәлки шуға­лыр, ә бәлки юҡтыр – әйтә алмайым, ул һәр ваҡыт яныбыҙҙа ҡала килә. Әлбиттә, уны ситкә “тибергә” уйлаған ваҡыттарым да булды, тик... “Минең ҡыҙым һиндә. Быны үҙгәртеп булмай. Уға киләм”, – тигән яуаптан һуң нимәнелер үҙгәртергә мата­шыуҙан бөтөнләй туҡтаным. Ысынлап та, бала атаһын белә, атаһы, ҡыҙым, тип тора. Тағы нимә кәрәк?

Айыҡ аҡыл – ул эмоцияларһыҙ, иллюзияларһыҙ фекерләй белеү. Үҙеңде ни өсөн был аҙымға әҙерләгәнеңде аңлау өсөн ошо һорауҙарға дөрөҫ кенә итеп яуап биреү ҙә етер: ниңә кәрәк был миңә, ниндәй маҡсат менән был аҙымға барырға уйлайым?

Кемдеңдер алдында яуап тоторға түгел, һеңлем, шуға ла ихлас ҡына үҙең менән “әңгә­мәләшеп” ал. Был процесс бик файҙалы: сөнки һин анализларға өйрәнәһең, үҙеңдең теге йәки был “мин теләйем” тигәндә­реңдең бөтөнләй кәрәкмәгәнен йәки уларҙың башҡа маҡсат менән эшләнгәнен күрәһең. Үҙеңде анализлау – күңел өсөн ғазаплы ғына процесс, шулай ҙа үтә файҙалы икәнен дә әйтеп үтәйем.

Мин бер кемгә лә үрнәк түгел. Зинһар, ошо һүҙемде ишетсе. Ике психологик белеме булған, оло тормош тәжрибәһе туплаған, йәшәйештең һәр бер көнөнә шатланып, ихлас ҡына йәшәгән кешемен. Үҙенсәлегем – клиенттарымды проблемаһының ба­шын эҙләргә кемдәргәлер (ата-әсә, бала саҡ, үткәндәр) түгел, ә үҙҙәренә – үҙҙәренең эске донъяһына йүнәлтәм. Был методика миңә нығыраҡ оҡшай,  һөҙөм­тәләре лә күҙгә бәрелеп күренә. Ихлас итеп һиңә ошоно әйтә алам:  бер ниндәй ҙә бала һинең күңел бушлығыңды тултыра алмаясаҡ. Ысынында, балаға уҙыу һеҙҙең арала булған ситуацияны, ғөмү­мән, йәшә­йешеңде ҡатмарлаш­тырасаҡ ҡына. Ә был һиңә кәрәкме?

 

Психолог

Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: