Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ноябрь 2021, 15:29

Табиптарға арналған аллея асыла

Өфө ҡалаһында ковидтан һәләк булған табиптар хөрмәтенә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһы булдырыла.  

Табиптарға арналған аллея асыла
Табиптарға арналған аллея асыла

  Был ҡарар  бөгөн ҡала советы ултырышында ҡабул ителде.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге   дауахана биләмәһендәге аллеяға ошондай исем биреү тураһындағы тәҡдим менән медицина учреждениеһының баш табибы Шамил Булатов мөрәжәғәт иткән. 

Аллея ҡаланың Достоевский урамында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо – 200 метр.   Аллея яңы коронавирус инфекцияһынан һәләк булған табиптарға арналасаҡ.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 33 табип хеҙмәт бурысын үтәгәндә  тажзәхмәттән  вафат  булған.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: