Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ноябрь 2021, 07:19

Кеше яҙмышы менән уйнамағыҙ!

«Хәйерле кис. «Кто не рискует, тот не пьет шампанское» тигәндәй, бер 13 йәшлек ҡыҙҙы предлагает отдел опеки. Йәй кереп сыҡҡайным, бер үҙем булыуыма зарланып... Кешеләр, ҙур возраст бит... тиҙәр. Миңә иптәш кәрәк шул... Кем белә инде, бәлки, барып үҙен күргәс... Оҡшатышырбыҙ ҙа ҡуйырбыҙ».

Күңелегеҙҙе асыр өсөн һеҙгә хәҙер бала кәрәк. Һеҙ ауырыу, кешеләр. «Кто не рискует, тот не пьет шампанское».  Мин – ҡурсалау бүлегенең етәксеһе булған кеше. Һәм төп бурысым  ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы ҡурсалау булды. Бәйән итәсәк ситуация – шуларҙың береһе.

«Ата» һәм «әсә» дүрт йәшенән тәрбиәгә алған балаһынан баш тартҡан процесс бара. Сәбәп – ҡыҙ ҙурайған, «әсәһе» үҙ ирен ҡыҙғана башлаған. «Атай» кеше ҡыҙ яҡлы, әммә... «Мин бер нәмә лә эшләй алмайым, ҡатыным судҡа бирҙе, ул хәл итә», – тип мөңгөрләй. Ошо көндәрҙә ун дүрт йәшен тултырған һылыу ҡыҙ бала бер кем менән дә һөйләшмәй – уға күҙ һалыу менән ниҙәр кисергәнен аңлап була ине. Тәүҙә яҡындарыңдың үҙ атайың һәм әсәйең түгеллеген белеү, артабан уларҙың һинән баш тартыуы – бер туҡтауһыҙ барған һорау алыуҙар, тестар, күңеленә инергә маташыуҙар, – баланың йонсоғаны йөҙөндә сағыла ине. Күпме генә тырышһа ла, приюттағы тәрбиәселәр, психологтар ҡыҙҙың ауыҙынан ситуацияға ҡарата бер фекер ҙә ала алманы. Психиатрик экспертиза уны үҙ аңында тип тапты, тик ҙур психологик драма кисергәйне.

Әллә йыш аралашҡанға, әллә башҡа сәбәп арҡаһында, ҡыҙ бала миңә асылды. Ни өсөн әсәһе яғынан кәмһетелеүҙәргә дусар булыуын, туҡмалыуын тик яңы саҡ аңлауы тураһында һөйләне. Мин, хыялдарға тулы йөҙәрләгән яҙмыштың сел­пәрәмә килгәнен күргән шаһит,  уны тыныс ҡына тыңлай алманым, бергәләшеп илап та алдыҡ. Ололарҙың аңралығы, ҡаты күңелле булыуы, кеше яҙмышы менән уйнауы, үҙемдең көс­һөҙлөгөм, баланың ғазаптарын еңеләйтә алмауым да ныҡ тетрәткәйне.

«Улар мине яратмаған. Бер ҡасан да!» – тип бышылданы ҡыҙ суд залында. Әйтерһең дә, ошо ҡот осҡос һүҙҙәрҙең ысынбарлығына ул, иң беренсе нәүбәттә, үҙен ышандырырға теләне. Ҡыҙҙың теләге буйынса суд уға үҙ исемен һәм фамилияһын ҡайтарҙы. Шулай уҡ бала башҡаса бер ҡасан да уны ғаиләгә бирмәүҙәрен һораны, әлеге «ата-әсәһен» бөтөнләй күрергә лә, ишетергә лә теләмәүен белдерҙе. Уның теләктәрен судья аңланы һәм хупланы. Бөтә процедуранан һуң ҡыҙҙы балалар йортона урынлаштырҙыҡ. Ап -аҡ йөҙлө, оҙон асыҡ көрән сәсле Сашенька хәҙер ҙурайғандыр ҙа инде....

Бер нисә айҙан ҡабул итеү көнөндә кабинетыма «атай» кешенең килеп инеүе мине ғәжәпләндермәне. Баланы кү­реү өсөн рөхсәт ҡағыҙы кәрәк икән. «Ҡатынығыҙ нимә ти?» Өндәшмәгәс, бергә килеүҙәрен һораным. Икенсе тапҡыр бергә килгәндәр. Илашыу, һыҡтау, ҡурҡытыу, янау, ялбарыу ишетһәм дә, улар танһыҡлап килгән ҡағыҙҙы бирә алманым. «Был тиклем дә ҡаты күңелле булырһығыҙ икән», – тип ишегемде шартлата ябып сығып киттеләр.

Яңы тормошто таный башлаған кешеләрҙең ауыр яҙмыштарының шаһиты булыу еңел түгел. Йәлләйһең дә, илайһың да, көйәһең дә. Күберәге көсһөҙлөгөңдән. Сөнки уларҙың бәләкәс кенә йөрәгендәге яраны «өрөп бәйләргә» минең һәм башҡа бер кемдең дә хәленән килмәгәненә төшөнәһең. Уларҙы был донъялағы иң ҡәҙерле, иң яҡын, ошо тормошҡа тыуҙырған кешеләре – атаһы һәм әсәһе «һатҡан»... Социаль етемдәрҙең күбеһенең ҡаты күңелле, енәйәтсе булыуына, психоактив матдәләр ҡулланғанына аптырарға түгел, бәлки, уларҙы аңларға тырышырға кәрәктер. Үҙгәртергә, тәрбиәләргә, һындырырға түгелдер, уларҙы тик яратырға ғына мөмкин. Яратыу – аңлау, кешене нисек бар шулай ҡабул итеү, минеңсә. Эс бошҡандан, «башҡаларҙың балаһы бар, минеке генә юҡ», «аҙ булһа ла аҡсалы булырмын» тигәндәргә, кеше яҙмышы менән уйнағанығыҙҙы онот­мағыҙ, тип үтенәм. Һеҙҙең бысраҡ уйҙарығыҙға алданған балалар тураһындағы уйым – улар бит минең генә киләсәк түгел.

 

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: