Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Ноябрь 2021, 07:59

Аҙ хәрәкәтләнһәгеҙ...

Астения – оҙаҡ ваҡыт әүҙем хәрәкәтләнмәгән осраҡта үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә торған хәлһеҙлек.

Уны «цивилизация сире» тип тә атайҙар. Бындай хәл оҙаҡҡа һуҙыла һәм ял иткәндән һуң да үтмәй.  Ошондай халәткә даими психик көсөргәнештә булыу, бер төрлөлөктән арыу һәм физик әүҙемлек булмау сәбәпсе. Икенсе төрлө әйткәндә, астения – тормоштан арыу ул. Сирҙең билдәләре айырыуса яҙғыһын беленә. Ауыр психик формалағы ауырыуға табиптарҙың һәм психологтарҙың ярҙамы кәрәк. Ә еңелерәк сағында дауалау ябай ғына сараларҙан тора. Мәҫәлән, эште һәм ялды дөрөҫ ойоштороу, минераль тоҙҙарға һәм витаминдарға  бай аҙыҡ-түлек менән  һәйбәт туҡланыу, организмды сыныҡтырыу. Ундай сирлеләрҙең ялы һис шикһеҙ көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырырлыҡ, ситкә, башҡа нәмәгә йүнәлдерерлек булырға тейеш.

Хәҙерге заман кешеһе өсөн астенияны ҡотолғоһоҙ тип иҫәпләү ғүмер буйы сәләмәт тормош рәүеше алып бармаған, аҙ хәрәкәтләнгән, тәмәке тартҡан, эске менән мауыҡҡан кешеләр өсөн аҡланыу ғына. Әлбиттә, ҡалыплашҡан ғәҙәттәрҙән арыныу, организмды үҙгәртеп ҡороу, хәлдән килгән тиклем хәрәкәтләнеү еңел түгел. Шуға ла көндәлек мәшәҡәттәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй, ялығыҙҙы бөгөндән ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеү сараһын күрегеҙ.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровЗухра Ягудина
Читайте нас: