Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2021, 07:00

Үҙегеҙгә диагноз ҡуя беләһегеҙме?

Хәҙер диагноз ҡуйыу өсөн әллә ниндәй заманса саралар, ысулдар бар. Әммә тикшерелер алдынан да организмдағы үҙгәрештәргә ҡарап, ниндәй ағзаңдың сирле икәнен белеп була.

Ирендәр ярылыу. Улар ярылып, ауыҙ ситтәре боҙолоп торһа, иғтибарҙы туплау ауырайһа, сәс ҡойолһа, организмға В2 витамины (рибофлавин) етмәй. Һөт ризыҡтары, йомортҡа, арахис сәтләүеге, соя, груша, томат, брокколи кәбеҫтәһе ашарға кәрәк.

Телдәге  ап-аҡ ҡуныҡ. Ас торған, ураҙа тотҡан йә һалҡын тейгән кешеләрҙә була. Аҡ ҡуныҡлы телдең ситтәре ҡыҙыл булһа,  был – гастрит билдәһе.

Аҡһыл ҡуныҡлы тел. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәрҙе күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ирендәр ҡабарып, тән тиреһе ҡоро булып, ҡубырсыҡланып торһа, организмға тимер етмәй, тигән һүҙ. Ҡуйы сәй, кофе эсергә ярамай. Әфлисун, лимон бик файҙалы.

Ауыҙ эсе кибә. Стресс, төрлө кисерештәр һөҙөмтәһе. Организмдың бындай торошо оҙаҡҡа һуҙылып, юҡҡа-барға ярһыусанлыҡ һиҙелә башлаһа, В3 витамины (никотин кислотаһы) етмәй. Ул иттә, ҡош итендә, бауырҙа, бүрттерелгән бойҙайҙа күп. Төкөрөк биҙҙәренә һыуыҡ тейгәндә лә ауыҙ эсе кибергә мөмкин. Һыуһау – шәкәр диабеты билдәһе лә.

Ауыҙҙан насар еҫ килеү. Шәкәр диабеты, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан сирҙәре булғанда, тештәр боҙолғанда күҙәтелә.

Тиренең кибеүе. Организмға  А һәм В2 витамины  етмәүен күрһәтә. Дөрөҫ һәм туҡлыҡлы итеп ашарға кәрәк. Әгәр ҙә тире  ҡоро булып, ҡысыта икән, йоғошло тире ауырыуы ла булырға мөмкин.

 Тәндең тиҙ күгәреп сығыуы – борсолоу өсөн нигеҙле сәбәп. Бик етди бөйөр ауырыуы йәиһә ҡан ҡуйырыуын  күрһәтә.

Күҙ тиреһе шешеүе. Бөйөрҙәр эшмә­кәрлегендәге кәмселектәр тураһында һөйләй. Яҡтыла күҙ сағылыу  тәмәке тартҡан, алкоголле эсемлек эскән кешеләрҙә күҙәтелә. Әгәр ҙә был билдәләр балаларҙа булһа, аллергия һәм А витамины етмәүе тураһында һөйләй.

Лимфа төйөндәренең ҙурайыуы. Организмда ниндәйҙер ялҡынһыныу процесы булыуын күрһәтә. Борсолоу өсөн ерлек бар.

Ҡуйы-ҡара бәүел.  Һыуҙы әҙ эскән кеше­ләрҙә була. Әгәр ҙә температурағыҙ күтәрелеп,  хәлһеҙлек тойһағыҙ, ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Йыш танау ҡанау.  Ҡан баҫымын үлсәп ҡарағыҙ. Юғары ҡан баҫымы булғанда танауҙан ҡан килә. К витамины етмәһә лә, бауыр сирҙәрендә лә танау ҡанай.

Яралар оҙаҡ уңала. Ҡанығыҙҙағы шәкәр кимәлен тикшертеп ҡарағыҙ. Организмда цинк етмәһә лә яра оҙаҡ уңалмай интектерә.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: