+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Октябрь , 07:00

Балаларығыҙҙы «ишетергә» өйрәнегеҙ

Нимә эшләргә икән, тип башым ҡатҡан көнөм. Тиҙҙән мәктәпкә, тигән уй төшһә, йөрәгем ҡалтырап ала ла китә. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки инде ике йыл ҡыҙым менән “һуғышабыҙ”.

Уның ошо мәктәпкә бөтөнләй барғыһы килмәй. Класс етәксеһе менән татыулыҡтары юҡ. Бөтөнләй ҙә! Тегенеһе быны бала тип белмәй, ә быныһы инде уға ҡарата бөтә хөрмәтен юғалтты. Ҡыҙыма ун ике йәш. Бишенсе кластан уҡ класс етәксеһе балаларға планканы бе­йегәйтте. Уҡытыусы фекере буйынса, уның класындағы балалар тик “дүрт­ле” һәм “бишле” билдәһенә генә өлгәшергә тейеш. Минең ҡыҙым да тәүҙә “яҡшылар” рәтендә булды. Артабан бер нисә “өслө”һө килеп сыҡ­ҡайны, класс етәксеһе башҡа балалар алдында ҡыҙыма тупаҫыраҡ итеп  ниҙер әйткән. Шунан башланған “һу­ғыш” ҡорбаны мин. Уҡытыусы менән дә ике тапҡыр һөйләштем – ҡыҙығыҙ ҡотора, уны ике яҡтан ҡыҫы­рыҡ­лаһаҡ, “отличницаға” ла сығасаҡ, тик ялҡаулана һәм һеҙгә арҡалана, тине. Оло кеше уҡытыусы башы менән шулай кәңәш биргәс, былтырғы уҡыу йылы баламды тырыштырыуға, әр­ләүгә-тиргәүгә, юхалауға, ҡурҡы­тыу­ға, алдауға, көйләүгә, этеүгә-төртөүгә бағышланды. Илла-алла менән шыр “дүртле”гә тамамланы. Башҡаса был мәктәпкә бармайым, тип илап ҡайт­ты. Оҙаҡ ҡына кәйефһеҙләнеп йө­рөнө. Атаһына хатта, уҡытыусыны күрә алмайым, мине бөтә дуҫтарым алдында кәмһетте, тип һөйләгән. Яҡындағы бер-ике мәктәпкә барып ҡарағайным, урын юҡ, тип яуапланылар. Тик мине башҡа һорау борсой: бәлки, уға башҡа мәктәптә лә оҡ­шамаҫ, уныһынан да күсерергәме? Күпме йөрөргә була бала ыңғайына? Кеше алдында оят – көсө етмәй, тип ҡырын ҡарайҙар һымаҡ тойола. Етмәһә, июль аҙағында ҡыҙыбыҙҙың бөтә тәненә ниндәйҙер аллергия сыҡ­ты – имен ере юҡ. Табиптар юлын ике аҙна тапаныҡ, һаман да файҙаһы юҡ. Бахырҙың ҡысыныуы, йоҡлай алмауы мине ныҡ борсой. Иҫенә төшкән һайын: “Был мәктәпкә бармайым!” – ти. Атаһы ла хәҙер ҡыҙы яҡлы булды ла китте. Аптырағас, һеҙҙән һорарға булдым. Нимә эшләргә һуң миңә?

Радмила.

 

Ә минең гәзит уҡыусыларҙан һорағым килә: ни эшләргә тейеш икән әсәй кеше? Балаһы алйот йәиһә аңра түгел. Әлегә физик һәм психик яҡтан һау. Һәм ошо бәләкәс кенә шәхес ни өсөн был мәктәпкә барғыһы килмәгәнен ап-асыҡ аңлата. Бергәләп ситуацияға ситтән күҙ һалайыҡ: бала уҡытыусының талаптарына яуап бирмәй – конфликт – агрессия – баҫым (төрлө яҡтан, хатта әсәһе тарафынан да).  үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты “эшкә” егелә. Хәлдең эҙмә-эҙлекле ҡатмарлаша барыуын тик мин генә күрмәйемдер бит.  Ә юҡтан килеп сыҡҡан аллергияны ни тип уйлайһығыҙ? Тора-бара, балаға баҫым нығыраҡ яһалһа, сирҙең аҙыуын күҙаллау өсөн күрәҙәсе булырға ла кәрәкмәй! Был – күрә алмаған мәктәп тупһаһын аша атламаҫҡа берҙән-бер юл! Бала бар күңеле менән ытырғана, ә мейе үҙенең хужаһын системаға һалынып барған көслө тетрәнеүҙәрҙән араларға тырыша – һаҡланыу механизмдарын “ҡа­быҙа”. Иғтибар! Баланы ғәйепләү бөтөнләй урынһыҙ –  ул үҙе лә сәбәптәрен аңламай. Уның бар теләге – үҙен яратмаған ергә аяҡ баҫмау.

Нимә эшләргә, тип һорай әсәй кеше минән. Балаңды ишетсе, тип кенә әйтә алам. Ә һеҙ?

 

Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:ПМИ Йәшлек