Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Сентябрь 2021, 08:52

Уф-ф, йөрәгем...

Кешеләр, ғәҙәттә, йөрәк өйәнәге булғас ҡына дауаланырға тотона.

 Ысынында иһә, был – сирҙең башланғысы түгел, ә теүәлләнеүе. Ауырыу күптән башланған булған. Төп сәбәп – ҡан тамырҙарына төйөр тупланыу. Артыҡ ауырлыҡ, аҙ хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланмау ҡан тамырҙарына май (май матдә, холестерин) ултырыуға килтерә. Улар артыҡ күп ултырған урында төйөрҙәр барлыҡҡа килә. Ҡан тамырындағы майлы тупланма теләһә ҡайһы ваҡытта ярылырға мөмкин. Организм уны ойошҡан ҡан менән дауаларға тырышасаҡ, шуға күрә зыян килгән урында төйөр барлыҡҡа килә. Ул ҙурайып, тиҙ арала ҡан тамырын томалай. Һөҙөмтәлә, әлеге ҡан тамырын туҡландырған йөрәктең бер өлөшөнә ҡан һәм кислород килмәй башлай. Бындай дефицит менән йөрәк күҙәнәктәре 20 –30 минут ҡына йәшәй ала. Артабан йөрәктең әлеге өлөшөндәге туҡымалар үлә. Был хәл өйәнәккә килтерә лә инде. Ҡан баҫымының һәр ваҡыт юғары булыуы ла, тәмәке тартыу ҙа ҡан тамырҙарының йоҡарыуына һәм шартлауына килтереүе бар.

Ата-әсәһендә йөрәк өйәнәге йәки веналар киңәйеүе, төйөрҙәр тупланыуы күҙәтелә икән, был сирҙең балаларында ла барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы бар. Нәҫелдән сир үҙе түгел, ә уға бире­шеүсәнлек күсә. Унан ҡотолоу мөмкин түгел, әммә ауырыуҙың үҫешмәүенә юл ҡуймау үҙебеҙҙән тора. Тәмәке тартмағыҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ (иртәнге күнегеүҙәр мотлаҡ, шулай уҡ көн һайын кәм тигәндә бер сәғәт саф һауала йөрөргә кәрәк). Ауырлығығыҙ арта башлаһа, диета тотоғоҙ. Йылына бер тапҡыр булһа ла ҡандағы шәкәр күләме менән холестеринды тикшертергә кәңәш ителә. Ҡан баҫымы тейешле күрһәткестә булһын. Әйткәндәй, уның 140/90 мм күрһәткесе, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, юғары һанала.

Күкрәктә ауыртыу барлыҡҡа килеүе өйәнәк билдәһе була аламы? Бындай саҡта стенокардия үҫешеүен фаразларға була. Йәғни, ҡан тамырҙарында төрлө тайпылыш башланһа, ҡандағы холестерин күләме лә күтәрелә. Шуға күкрәк ауыртыуын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай: мотлаҡ табипҡа күренергә һәм тикшеренергә кәрәк. Кешеләр ошо сир билдәләренә еңел ҡарау сәбәпле, йөрәк өйәнәге күҙәтелә лә инде. Әгәр өйәнәк тураһында һүҙ алып барһаҡ, ул ғәҙәттә тыныс халәттә күҙәтелә, ял иткән саҡта ла була. Хатта йоҡлағанда ла башланырға мөмкин. Тикшеренеүҙәрҙән күре­неүенсә, йыш осраған мәл – таңға табан, иртәнге сәғәт 5 менән 9 араһы. Көндөҙ һәм кис менән сағыштырғанда, әлеге сәғәттәрҙә йөрәк өйәнәге өс тапҡыр йышыраҡ күҙәтелә. Был сәйер күренеште ҡандың ойоусанлығына һәм борсолоу өсөн яуаплы гормондар бүленешенә бәйләп аңлаталар. Күкрәк ауыртыу беренсе билдә булһа, ауыртыу яйлап ҡулға, яурынға, арҡаға һәм муйынға тарала башлай. Ҡайһы саҡта тын алыуы ауырлаша. Ауыртыуға түҙергә ярамай. Иң яҡшыһы – нитроглицерин ҡабыу  һәм табип саҡыртыу.

Йөрәк өйәнәгенә барып еткәнһегеҙ икән, ғүмер буйы дарыуҙар эсеп йәшәргә тура киләсәк. Хатта үҙегеҙҙе яҡшы тойғанда ла, йөрәккә һәр ваҡыт ярҙам талап ителә. Ҡағиҙә булараҡ, табип һеҙгә йөрәк-ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе, тибешен яйлаусы дарыуҙар, холестерин кимәлен төшөрөүсе статиндар бил­дәләйәсәк. Ҡан ойошмаһын өсөн көн һайын аспиринды ¼ өлөшкә бүлеп эсергә кәрәк. Дөрөҫ билдәләнгән дауаланыуҙың һәм даими витаминдар ҡабул итеүҙең һөҙөмтәләре яҡшы. Шуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт хәрәкәтләнеү һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыу төп шарт булып ҡала. Дарыуҙар бары өҫтәмә ярҙам ғына.

Даими физик күнекмәләр ҙә мөһим роль уйнай. Улар ҡан әйләнешен яҡшырта, баҫымды төшөрә, йөрәк эшмәкәрлеген яйлай. Әгәр кеше дауаханала эшләй башлаған күнегеүҙәрҙе артабан да дауам итә икән, өйәнәк ҡабат­ланыу ҡурҡынысы 30 процентҡа кәмей. Тәүге ярты йылға күнегеүҙәр һәр ауырыуҙың хәл-торошона ҡарап, индивидуаль рәүештә билдәләнә. Уның араһында көн дә бер сәғәт саф һауала йөрөргә кәңәш ителә. Бер айҙан 4-се ҡатҡа тиклем йәйәү менә (ауылда йәшәүселәр тау үренә ҡарай) башларға була. Әйткәндәй, баҫҡыстан күтәрелеү һаулыҡ торошон билдәләргә лә ярҙам итә. Әгәр ҙә һеҙ уртаса тиҙлектә 4-се ҡатҡа тиклем тынығыҙ ҡыҫылмайынса менеп еткәнһегеҙ икән, дауаланыу уңышлы бара. Ярты йылдан һуң велосипедта йөрөү, саңғыла шыуыу файҙалы буласаҡ. Артыҡ ауырлыҡ – йөрәк өсөн өҫтәмә йөк, шуға күрә һимерергә ярамай.

Туҡланыуға ла ҙур иғтибар бүлегеҙ. Һөт ризыҡтарына (эремсек, йогурт, ҡатыҡ һәм башҡалар), йәшелсәгә (картуфтан башҡа), емеш-еләккә (банан һәм виноградтан тыш) өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Майһыҙ ит һәм балыҡ ашарға ярай. Ярмаларҙан айырыуса һоло һәм ҡарабойҙай файҙалы. Һөткә, майға баҫылған ҡамыр ризыҡтары, майлы ит ашамағыҙ, тәм-томдо, шәкәрҙе лә сикләргә кәрәк. Аш-һыуҙы үҫемлек майында әҙерләп өйрәнегеҙ, ә аҡ майҙы көнөнә 15 грамдан артыҡ ҡулланмағыҙ. Тоҙ ҡан баҫымының күтәрелеүенә килтерә, шуға ла ризыҡтарға уны самалап һалығыҙ. Тәүге осорҙа ауыр булһа ла, яйлап һеҙ уның аҙ булыуына күнегә башлаясаҡһығыҙ. Бик булмаһа, соя соусын ҡулланығыҙ. Эсемлектәрҙән емеш-еләк һуты, үлән төнәтмәләре файҙалы. Ә бына иҫерткес эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартһағыҙ ҙа була, сөнки уларҙың ҡабат йөрәк өйәнәгенә килтереүе бар.

Ауырыуҙан һуң кешенең артабан нисек йәшәүе уның күңел торошона һәм үҙенә бәйле. Йөрәк өйәнәгенән һуң ғәҙәт­ләнгән тормош рәүешен үҙгәртергә кәрәк – был мотлаҡ. Быға өйрәнеп китеүе ауыр булһа ла, мөмкин эш. Ғаилә ағзаларына үҙҙәрен нисек тоторға һуң? Артыҡ ҙур ҡайғыртыусанлыҡ, ярҙамсыл­лыҡ кешенең үҙен башҡаларҙан кәм итеп тойоуына килтерә. Унда, киреһенсә, үҙ көсөнә ышаныс тыуҙырырға кәрәк: ауыр булмаған йорт эштәренә йәлеп итегеҙ, көндәлек мәшәҡәттәр буйынса кәңәштәр һорағыҙ, дуҫ-туғандары менән арала­шыуҙы хуплағыҙ. Йөрәк өйәнәгенән һуң 3 – 4 ай үткәс, хеҙмәттәштәрегеҙ янына ҡабат эшкә сығырға мөмкин. Тик унда дуҫтарса мөнәсәбәт булһа ғына. Эш артыҡ мәшәҡәтле һәм борсолоулы булмаһын.

 

Йөрәкте нисек нығытырға?

 

  1. Помидор һуты эсегеҙ! Был йәшелсәлә антиоксидант – ликопин, шулай уҡ үҫемлек сүстәре һәм калий бар. Күп һанлы тикшереүҙәрҙән һуң, помидор һутының юғары ҡан һәм баш мейеһе (внутричерепное давление) баҫымын төшөрөүе билдәләнгән. Уны йөрәк етерлек эшләмәгәндә эсергә кәрәк.
  2. Калий һәм магний кәрәк. Йөрәктең минутына 60 – 70 тапҡыр тибеүе – ғәҙәти хәл. Һәм ул көн һайын ялһыҙ эшләй. Ҡанды организм буйлап йөрөтөү өсөн уға күпме көс талап ителгәнен үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр. Ә калий менән магний эшмәкәрлеген яҡшырта. Улар йөҙөмдә, нут борсағында күп. Шулай уҡ махсус витамин алып эсергә була.
  3. Ҡан баҫымы күтәрелмәһен. Уның менән яфаланған кешеләргә иртәнсәк бер стакан балан бешкән һыуҙы эсеү файҙалы. Бал һәм лимон ҡушылған цикорий эсеү ҙә ҡамасауламай. Шулай уҡ ҡара бөрлөгән емеше, имбирь, йәшел сәй, женьшень эсергә тәҡдим ителә.
  4. Күп ашамаҫҡа. Йөрәк тейешенсә эшләһен өсөн аҡһымдар (мускулдар өсөн мөһим) , тәбиғи сахароза (улар көс бирә), файҙалы матдәләр менән витаминдар организмға етерлек күләмдә инергә тейеш. Йөрәк өсөн иң зыянлыһы – күп ашау. Ризыҡ ашҡаҙанды ауырайта икән, йөрәккә лә йөк арта. Табиптар хатта “табын йөрәге” тигән төшөнсәне ҡул­лана. Ул күп ашау сәбәпле өйәнәк бар­лыҡҡа килеүен аңлата. Шуға ла, сәләмәт булайым тиһәң, табын артынан бер аҙ ас килеш тороп китеү яҡшыраҡ.
  5. Сельдерей ашағыҙ. Был йәшел­сәнең япрағында ҡан тамырҙары көсөр­гә­нешен бөтөрөүсе матдәләр бар. Ул ҡан әйләнешен яҡшыртырға, тамырҙарҙың ҡыҫылыуын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Ә ярты стакан һыуға 1 балғалаҡ иҙелгән сельдерей тамыры һалып эсһәгеҙ, йөрәк эшмәкәрлеге яҡшыра.

 

Быны белеү мөһим!

 

Йөрәк өйәнәгендә беренсе ярҙам:

– тәҙрәне, форточканы асырға. Ауы­рыуҙы тотонғостары булған креслоға ултыртырға йәки башын ярайһы уҡ күтәртеп түшәккә ятҡырырға. Яға төймәләрен ысҡындырырға, билдәге ҡайышын сисергә;

– ултырған килеш бер төймә нитроглицеринды теле аҫтына һалығыҙ. Ул ҡан баҫымын ҡапыл төшөргәнлектән, баш әйләнергә мөмкин;

– йөрәк тапҡырына горчичник ҡуйырға, 30 тамсы валокордин йәки корвалол эсергә;

– күкрәктәге ауыртыуы 3 – 5 минуттан баҫылмаһа, сирленең теле аҫтына тағын бер нитроглицерин төймәһе һалығыҙ. Ә инде 15 минуттан һуң да үтмәһә, “ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ. Йөрәккә ҡан һауыу ҡурҡынысы бар, шуға күрә ярты төймә аспирин эсергә кәрәк;

– әгәр ҡул аҫтында дарыуҙар булмаһа, ҡаты итеп йүтәлләү ярҙам итә. Тәрән итеп тын алырға, бер-ике минут дауамында ныҡ итеп йүткерергә. Йүткереү йөрәккә баҫымды арттыра, һәм ул яҡшыраҡ эшләй башлай.

 

Нимәләр эшләргә ярамай?

 

– Йөрәк тәңгәленә һалҡын әйбер һалыу.

– Йөрөргә, торорға, тәмәке тартырға, ашарға.

– Әгәр ашҡаҙанығыҙ ауыртһа йәки аспиринға аллергия булһа, уны ҡулланмағыҙ.

– Әгәр ҡан баҫымы түбән булһа йәки баш ныҡ ауыртһа, телмәр, хәрәкәт итеү боҙолһа, нитроглицерин ҡабул итеү тыйыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: