Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Сентябрь 2021, 12:46

Мунса шифалы булһын

Мунсаның файҙаһы фәнни яҡтан дәлилләнгән: ул кешенең барлыҡ ағзаһына ла ыңғай йоғонто яһай, тире һәм май биҙҙәре эшмәкәрлеген көсәйтә, минералдар һәм аҡһым алмашыныуын яҡшырта, һөт кислотаһын, организмдан шлактарҙы, тоҙҙарҙы сығара.

Әммә ул, нисек кенә яҡшы булмаһын, һәр кемгә лә файҙалы, тип әйтеп булмай. Шифалы мунсаны үҙ белдегегеҙ менән зыянға әйләндереп ҡуймағыҙ.

 Мунсаны әллә нигә бер инеп кенә һауығып булмай. Сы­нығыу һәм сәләмәт­лә­неүгә килтергән башҡа ысул кеүек үк, ул да даимилыҡты (аҙнаһына 1 – 2) һәм тәүге осорҙа һаҡ эш итеүҙе талап итә. Һүҙ уңайынан шуны ла әйтергә кәрәк: йәмәғәт (дө­йөм) мунсаларында дауаланыу бик ауыр. Эш шунда: унда эҫелектән, пар һәм дымдан тыш, саф һауа ла булырға тейеш. Ә белеүегеҙсә, бетон стеналар һуламай. Әгәр дө­йөм мунсала насар, дымлы еҫ бар икән, унда бөтөнләй сабынырға ярамай.

Мунса инеү 2 – 3 сәғәткә һуҙылырға тейеш. Йыуыныу, парланыу, ҡойоноу, сабы­ныуҙан тыш, ял бүлмәһендә үлән сәйҙәре эсегеҙ, хуш еҫле майҙар менән тәнегеҙҙе ыуығыҙ. Миндек тураһында ла онотмағыҙ: уны аҙна һайын алыштырып тороғоҙ: бер аҙнала – ҡайын, икен­сеһендә – имән миндек һәм башҡалары.

Тән ҡыҙғанда, туберкулез, яман шеш, флебит ауырыуы булғанда, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолғанда, эҫе мунса инеү тыйыла. Шулай уҡ психик (күңел төшөнкө­лөгөнә бирелгәндә, ярһы­ғанда, эпилепсия) һәм хроник ауырыу ваҡытында, көслө йоғонтоло дарыуҙар ҡул­ланғанда мунса зыян итәсәк. 3 йәшкә тиклемге балаларға һәм 70 йәштән уҙ­ған ололарға ла бик һаҡ бу­лырға кәрәк. Ғөмүмән, табип­ҡа күренгән саҡта мотлаҡ мунса инеү буйынса кәңәш­ләшегеҙ.

Мунса ҡан тамырҙарына яҡшы йоғонто яһай. Мәҫәлән, ҡан баҫымы күтәрелеүҙең 1-се дәрәжәһе күҙәтелгәндә, мунса инеү файҙаға ғына. Әммә сәләмәтлеккә зыян килтермәҫ өсөн түбәндәге табип кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалыу мөһим:

– йөрәк тибешен һәм ҡан баҫымын тикшереп торорға,

– оҙаҡ сабынмаҫҡа,

– йүкә миндегенә өҫтөнлөк бирергә,

– үлән сәйҙәре эсергә.

Оҙайлы сир ваҡытында мун­са менән һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе аҙ ғына насар тойғанда ла, хәлһеҙләнгәндә лә тиҙерәк сыға һалырға, бик булмаһа, ишекте асырға кә­рәк. Тағы ла эҫенең организмды ярһытыуын иҫтән сығар­мағыҙ. Шуға күрә йоҡ­ларға ятыр алдынан кәм тигәндә бер сәғәт алда был процедураны тамамлағыҙ. Әгәр дауаланыу өсөн еҫле майҙар, тоҙ ҡулланырға те­ләһәгеҙ, көндөң беренсе ярты­һында мунса инегеҙ.

Ас ҡарынға йәки, кире­һенсә, күп ашағандан һуң, эшләп арығас оҙаҡ сабы­нырға ярамай. Сөнки мунсаның сәләмәтлеккә һөҙөмтәле йо­ғонтоһо булһын өсөн хәл дә кәрәк. Кеше ни өсөн мунса инә? Тәү сиратта таҙарыныу өсөн. Шулай уҡ шлактарҙан арыныу, ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеүсе мөмкинлектәрҙе асыу, көс-дәрт алыу өсөн дә инә. Бының өсөн рәхәтләнеп парланырға, сабынырға, тәнде ышҡырға кәрәк. Әгәр быларҙы эшләргә ваҡытығыҙ  йәки кәйефегеҙ юҡ икән, мунсаны кисектереп тороғоҙ.

Мунса – бынамын тигән сынығыу сараһы. Ул көн торошо үҙгәрешенә үтә һиҙгер кешеләргә бигерәк тә ыңғай йоғонто яһай. Йылылыҡтың, баҫымдың үҙгәреше ҡан тамырҙарын яҡшы сы­ныҡ­тыра. Үпкә һәм тын юлдары ауырыуҙары менән инте­геүселәр ҙә мунсанан шифа аласаҡ. Андыҙ, бесәй борсағы, кейәү үләне, аҡсәскә, мәтрүш­кә, бөтнөк, бесәй борсағы (просвирник), ке­серткән кеүек дарыу үлән­дәрен бешереп, быуын еҫкәү өҫкө һулыш юлдарының лайлалы тыш­лығын нығытасаҡ. Йоҡоһоҙ­лоҡтан интеккәндә, борсолоулы саҡта ла мунса ярҙамға киләсәк.

Тик мунса ярҙамында һаулығығыҙҙы нығытыр алдынан уның ниндәй осраҡта файҙалы, ә ҡайһы саҡта зыянлы булыуын ныҡлы өй­рәнегеҙ. Һәм, әлбиттә, табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: